Һиндостан технология институты
Һиндостан технология институты
Һиндостан технология институты | |
Нигеҙләү датаһы | 15 сентябрь 1956 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | IIT, आय.आय.टी., ഐ.ഐ.ടി., આઈ.આઈ.ટી., ਆਈ.ਆਈ.ਟੀ., இ. தொ. க., آئی آئی ٹی һәм भा. प्रौ. सं. |
Эшмәкәрлек төрө | технология |
Нигеҙләүсе | Джавахарлал Неру[1] |
Дәүләт | Һиндостан |
Етәксе орган | IIT Council[d] |
Хужаһы | Министерство развития человеческих ресурсов[d] |
Рәсми сайт | iitsystem.ac.in |
Төп көйләүсе текст | Institutes of Technology Act, 1961[d] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Индийского технологического института[d] |
Һиндостан технология институты Викимилектә |
Һиндостан технологиялар институты (IITs) — Һиндостандағы ун биш үҙ аллы инженерлыҡҡа йүнәлеш алған юғары уҡыу йорттары төркөмө[2]. Уларҙың күбеһе 1950-се һәм 1960-сы йылдар башында Һиндостан Парламентының махсус акты буйынса милли институттар булараҡ барлыҡҡа килгәндәр[3][4]. Улар бер нисә ҡалала, атап әйткәндә:Харагпур, Мумбаи, Мадрас, Канпур, Дели, Гувахати һәм Рурки, шулай уҡ тағы бер нисә ҡалала урынлашҡан.
Һиндостан технологиялар интстутының тәүгеһе 1951 йылда барлыҡҡа килә, ул Көнбайыш Бенгал штатында Калькутта ҡалаһына яҡын булған Харагпур ҡалаһында урынлашҡан. Ул 29 академик департаменттарҙан, үҙәктәрҙән һәм мәктәптәрҙән тора. Барлығы 8,5 км кампус майҙанда урынлашҡан үҙ аллы ҡаласыҡ һымаҡ төҙөлгән. Барлығы 450 уҡытыусы, 2 200 хеҙмәткәр, 3 000 студент һәм 2 500 аспирант. Барлыҡ халыҡ һаны ҡаласыҡта 15 000. Студенттар ятаҡханаларҙа йәшәйҙәр. Уларҙың һаны 17.
Һиндостан технологиялар институтында йыл һайын барлығы 300 000 самаһы студент уҡый башлай. 2018 йылғы торошо буйынса бакалавриат программаларына ғына ла бөтә Һиндостан технологиялар институты буйынса 11 279 урын[5].
Институттар исемлеге
үҙгәртергә№ | атамаһы | ҡыҫҡартмаһы | барлыҡҡа килгән | ҺТИ булараҡ бәлдәләнеүе | кампус майҙаны | штат |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | ИИТ Харагпур[en] | IITKGP | 1951 | 1951 | 2100 акра | Көнбайыш Бенгал |
2 | ИИТ Бомбей[en] | IITB | 1958 | 1958 | 550 акра | Махараштра |
3 | ИИТ Мадрас[en] | IITM | 1959 | 1959 | 617 акра | Тамилнад |
4 | ИИТ Канпур[en] | IITK | 1959 | 1959 | 1100 акра[9] | Уттар-Прадеш |
5 | ИИТ Дели[en] | IITD | 1961 | 1963 | 325 акра | Дели |
6 | ИИТ Гувахати[en] | IITG | 1994 | 1994 | 700 акра | Ассам |
7 | ИИТ Рурки[en] | IITR | 1847 | 2001 | 365 акра | Уттаракханд |
8 | ИИТ Ропар[en] | IITRPR | 2008 | 2008 | 501 акра | Пенджаб |
9 | ИИТ Бхубанешвар[en] | IITBBS | 2008 | 2008 | 936 акра | Орисса |
10 | ИИТ Гандхинагар[en] | IITGN | 2008 | 2008 | 400 акра | Гуджарат |
11 | ИИТ Хайдарабад[en] | IITH | 2008 | 2008 | 576 акра | Телингана |
12 | ИИТ Джодхпур[en] | IITJ | 2008 | 2008 | 852 акра | Раджастхан |
13 | ИИТ Патна[en] | IITP | 2008 | 2008 | 501 акра | Биһар |
14 | ИИТ Индор[en] | IITI | 2009 | 2009 | 515 акра | Мадхья-Прадеш |
15 | ИИТ Манди[en] | IITMandi | 2009 | 2009 | 538 акра | Химачал-Прадеш |
16 | ИИТ Варанаси[en] | IIT (BHU) | 1919 | 2012 | 1300 акра | Уттар-Прадеш |
17 | ИИТ Палаккад[en] | IITPKD | 2015[10] | 2015[10] | 505 акра | Керала |
18 | ИИТ Тирупати[en] | IITTP | 2015 | 2015 | 500 акра | Андхра-Прадеш |
19 | ИИТ Дханбад[en] | IIT (ISM) | 1926 | 2016 | 393 акра | Джаркханд |
20 | ИИТ Бхилаи[en] | IITBH | 2016[11] | 2016[11] | 432 акра | Чхаттисгарх |
21 | ИИТ Гоа[en] | IITGOA | 2016[12] | 2016[12] | 320 акра | Гоа |
22 | ИИТ Джамму[en] | IITJM | 2016[13] | 2016[13] | 400 акра | Джамму и Кашмир |
23 | ИИТ Дхарвад[en] | IITDH | 2016[14] | 2016[14] | 470 акра | Карнатака |
Тарихы
үҙгәртергәҺиндостан технологиялар институты тарихы 1946 йылға барып тоташа. Ошо йылда Һиндостандың генерал-губернаторы Джогендра Сингх комитет төҙөй. Был комитет Һиндостандың һуғыштан һуңғы иҡтисадын үҫтереү «юғары уҡыу йорттары» төҙөй. Комитетта барлығы Nalini Ranjan Sarkar етәкләгән 22 ағзаһы була. Улар барыһы ла Һиндостандың бар төбәктәрендә лә Массачусет технология институты принцибы буйынса урта уҡыу йорттары асыуҙы тәҡдим итә[15].
Беренсе Һиндостан технологиялар инстититуты 1950 йылдың май айында Көнбайыш Бенгал биләмәһендә Хингапурҙа тотҡондар лагеры базаһында асыла[16]. Һиндостан технологиялар инстититуты исеме 1951 йылдың 18 авгусында [Маулана Абул Калам Азад] иниститутын рәсми асҡан ваҡытта ҡабул ителә[17]. Һиндостан Парламенты был институтты бик баһалай. Уны «Милләтебеҙҙең мөһим инстититуты» тип атайҙар. «Харгапурҙағы Һиндостан технология инстититуты тураһындағы Закон» ҡабул ителә. Һиндостандың беренсе премьер-министры Джавахарлал Неру 1956 йылда Харагпурҙа ИИТ-тың беренсе саҡырылышына мөрәжәғәтнамәһендә былай ти:[18]
Был урында тотҡондар лагеры булды, һәм әлеге ваҡытта бында иҫ киткес һәйкәл барлыҡҡа килде. Был илебеҙҙең ил булараҡ, аяҡҡа баҫҡан осорҙа, алға атлауына тырышлыҡ булып тора. Был, минеңсә, Һиндостанда илде яңынан үҙгәртеп ҡороу ваҡытына символик картина. |
Саркар комитите тәҡдиме буйынса, 1958 йылда Бомбейҙа, 1959 йылда Мадраста һәм Канпурҙа, 1961 йылда Дели ҡалаларында дүрт капиус барлыҡҡа килә. Был кампустарҙың урындары Һиндостандың төрлө төбәктәрендә махсус рәүештә һайлана. Улар дисбалланс булһын өсөн, бар ил буйынса һибелергә тейеш була.[19] Шуға күрә , «Харгапурҙағы Һиндостан технология инстититуты тураһындағы Закон» үҙгәртелә. Сөнки, яңы институттарҙы өҫтәргә кәрәк була[3]. 1960 йылда Ассам штатындағы студенттар тулҡыны ул саҡтағы премьер-министра Раджив Гандиҙы, Гувахати ҡалаһында Һиндостан технологиялар инстититуттарының яңы алтынсы иниститутын асырға мәжбүр итә. Шулай уҡ 2001 йылда Руркиҙағы университет та ошо институттар төркөмөнә ҡушыла һәм яңынан ҡорола.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.iitsystem.ac.in/history
- ↑ More IIT seats possible this year .
- ↑ 3,0 3,1 The Institutes of Technology Act, 1961 (PDF). Indian Institute of Technology, Bombay (24 май 2005). Дата обращения: 14 май 2006.
- ↑ 4,0 4,1 IIT Act (As amended till 2012 . Дата обращения: 10 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ IIT success kiss from 2 Telugu powerhouses .
- ↑ Problem of plenty: As IITs multiply, the brand value diminishes . Hindustan Times (29 июнь 2015). 2015 йыл 31 август архивланған.
- ↑ Gazette Notification of the Bill (29 июнь 2012). Дата обращения: 2 июль 2012. Архивировано из оригинала 5 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Institute History – Indian Institute of Technology Kharagpur . IIT Kharagpur. Дата обращения: 22 октябрь 2008. Архивировано 20 апрель 2008 года.
- ↑ Counselling Service IITK (2018-07-23), «IIT Kanpur Campus Tour (Official Video)», <https://www.youtube.com/watch?v=1Ks1pEnJSfc>. Проверено 24 июль 2019.
- ↑ 10,0 10,1 JEE Advanced 2015: IIT Bombay announces that 4 new IITs will admit students from this session . Prepsure.com. Дата обращения: 12 июнь 2015. 2015 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ 11,0 11,1 IndianExpress. Chhattisgarh to open IIT campus in Bhilai . IndianExpress. Дата обращения: 14 ғинуар 2016.
- ↑ 12,0 12,1 Failure to identify land likely to delay setting up of IIT in Goa . The Times of India. Дата обращения: 12 июнь 2015.
- ↑ 13,0 13,1 Press Trust of India. IIT Jammu to be set up at Chak Bhalwal (23 апрель 2015). Дата обращения: 12 июнь 2015.
- ↑ 14,0 14,1 Dharwad will host first IIT of Karnataka . The Times of India. Дата обращения: 9 сентябрь 2015.
- ↑ Indian Institute of Technology Kharagpur . web.archive.org (13 август 2007). Дата обращения: 7 сентябрь 2019.
- ↑ Inaugurated In Kharagpur In 1951, The First Indian Institute Of Technology Turns 66 Today (инг.), indiatimes.com.
- ↑ Inaugurated In Kharagpur In 1951, The First Indian Institute Of Technology Turns 66 Today (ингл.). indiatimes.com (18 август 2017). Дата обращения: 7 сентябрь 2019.
- ↑ Kharagpur, Indian Institute of Technology Institute History (14 май 2006). Дата обращения: 14 май 2006. Архивировано 8 июль 2006 года. 2006 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ See «more IIT» in references below. Under «Final selection», third paragraph
Был мәғариф тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.