Һидив
Ғосман империяһы осоронда Мысырҙағы вице-солтан титулы
Һидив (оттоман خدیو [hıdiv]) — Ғосман империяһы (1867—1914) осорона ҡараған Мысырҙағы вице-солтан титулы. Был титулды Исмәғил, Тәүфиҡ һәм Ғәббәс II йөрөткән.
Һидив | |
Ғәббәс II Хильми — һуңғы һидив. | |
![]() | |
ЭтимологияһыҮҙгәртергә
Термин европа телдәренә ғосман төрөк теленән (ғосм. خدیو hıdiv) француз теле (франц. khédive) аша килгән, ә улар үҙ сиратында уны фарсы теленән (фарсы خدیو xadêv), ә фарсы теле — бактрия теленән (бактр. χοαδηο «әмер») үҙләштергән.
ТарихыҮҙгәртергә
Төрөк солтаны Абдул-Азиз мысыр пашаһы Исмаилға һидив титулын биргән, һәм был уны Ғосман империяһының башҡа төбәк башлыҡтарынан бер башҡа юғары ҡуя. 1914 йылда Мысыр өҫтөнән инглиз протектораты иғлан ителгәндән һуң, мысыр хакимдары солтан[1] титулын ҡабул иткән.
ҺидивтарҮҙгәртергә
- Исмаил паша (1867—1879)
- Тәүфиҡ паша (1879—1892)
- Ғәббәс II Хильми (1892—1914)
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
- Мысыр һидиваты
- Фирғәүен (титул)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Хедив // Исторический словарь. — 2000.