Һаҙаҡ  (рус. Садак) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Матвеевка районы Новоспас ауыл Советы ауыл биләмәһенә ингән ҡасаба.

Һаҙаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новоспасский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 132 кеше (2010)[2]
Почта индексы 461872
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Район үҙәге Матвеевканан 7 километр самаһы алыҫлыҡта көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан ауыл.

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 209 кеше йәшәгән (урыҫтар — 54 %), 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 132 кеше ҡалған[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауылдың атамаһы үҙе ултырған йылға атамаһынан - Һаҙаҡ гидронимынан алынған. Ырымбур өлкәһенең ҡыҫҡа топонимик һүҙлегендә ошондай аңлатма бирелә:

  Слово известно и в старорусской литературе, и в говорах в значениях "лук с налучьем и колчан со стрелами", "чехол для лука и стрел, либо только для лука" (отмечены в памятниках с XV в.). Однако непосредственно гидронимы не могли образоваться от диалектного слова, т. к. в XVIII веке, когда происходила колонизация края, слово было устаревшим. Скорее всего, это татаро-башкирские образные наименования, в значении "извилистая река, похожая на лук".[4]  

Шулай итеп, Һаҙаҡ йылғаһы атамаһы башҡорт теленән алынған, һәм йылғаның бөгөллө булыуына бәйле булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә