Һарыһыу (күл)
Һарыһыу (әзерб. Sarısu) (Һары күл) — Әзербайжандағы бик ҙур күл, Имишли[1] һәм Сабирабад[2] райондары биләмәһендә урынлашҡан.
Һарыһыу | |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Кура[d] |
---|---|
Илдәрҙә объекттың бассейны | Әзербайжан |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Имишлинский район[d] һәм Сабирабадский район[d] |
Киңлек | 3 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 6 метр |
Майҙан | 65,7 км² |
Күләме | 59,1 км³ |
Күл Имишли (башҡортса Емешле) һәм Сабирабад райондары аша Кура (әзерб. Kür -Күр) йылғаһы буйлап көньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Уның майҙаны 65,7 км², максималь оҙонлоғо — 22 км, максималь киңлеге — 3 км, тәрәнлеге 6 метрға етә. Был төбәктәге дүрт ҙур күлдең береһе, илдә иң ҙуры. Күлдең һыуы сөсө. Һарыһыу (Аҡкүл) тигән күлдән килгән ҡылымлыҡтан, ер аҫты һыуҙарынан һәм яуым-төшөмдән тулылана. Күлдән һыу Кура йылғаһына төшә. Һыуын Кураға ағыуҙы Мурадбейли һыу түгеүсе станцияһы көйләй.
Күлде уратҡан тәбиғәт
үҙгәртергәИмишли районынан башланған күл бында Мил (әзерб. Mil düzü) һәм Муған тигеҙлектәре аша ағып үтә. Мил тигеҙлеге диңгеҙ кимәлендә ята. Ярымсүллек. Һауаһы ҡоро, йәйҙәре эҫе. Тәбиғәте Муғандыҡына оҡшаған.
Күл бер осо менән барып сыҡҡан Сабирабад районы Муған (әзерб. Muğan düzü) тигеҙлегендә урынлашҡан. Тигеҙлек диңгеҙ кимәленән түбәндәрәк ята. Тупрағы көрәндең төрлө төҫөндә, ялан яҡҡа хас, урыны менән тоҙло. Бында үҫемлектәр донъяһы ярымсүллеккә ярашлы. Әрем, эфемерҙар, тоҙло ер үләндәре үҫә. Далаһында йәйрән, сысҡан, йылан һәм башҡа хайуандар осрай. Мамыҡ сәскән баҫыуҙар бар. Һуғарырға һыуҙы Һарыһыуҙан алалар.
Күл кеше йәшәгән райондарҙан шоссе менән айырылған, ул һыуҙы бысраныуҙан кәртәләп тора. Көньяҡ өлөшө элек нефть сығарғанда бысранып торған булған.
Һарыһыуҙың яр буйҙары һаҙмырт һәм һаҙлыҡтарҙан тора. Күлдәге һыу күләме яҡынса 60 млн м³. Яҙлы-көҙлө һыу кимәле күтәрелә. Ҡышҡыһын яҡынса 11 көн туңып тора. Һарыһыуҙың һыуы ныҡ ҡаты, көслө минералләшкән.
Күл һаҙанға һәм воблаға бай. Ҡоштар йылы яҡҡа киткәндә ошонда ҡунып китеүе менән әһәмиәтле (ҡоштарҙың миграцияһы). Күлдең уңайлы шарттары ҡышҡы осорҙа 300—350 меңләп ҡошто йәлеп итә.
Һарыһыу балыҡ тотоу һәм был яҡтың ҡоро тәбиғәтендә баҡсаларҙы һәм баҫыуҙарҙы һуғарыу — ирригация өсөн файҙаланыла[3][4].
Һарыһыу атамаһы гидронимдарҙа
үҙгәртергәҠаҙағстанда Ҡарағанда, Кызылорда һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләре аша аҡҡан Һарыһыу тигән йылға бар. Төркиәнең Анталья ҡалаһында шулай уҡ ҙур булмаған йылға Һарыһыу тип атала. Уның да һыуы һары. Атама ҡаланың ошо йылға аҡҡан бер биҫтәһенә лә бирелгән. Чечняла, Ҡырымда ла шундай атамалы йылға һәм төбәк бар[5].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мильская равнина // Словарь географических названий СССР / ГУГК, ЦНИИГАиК. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1983. — С. 159.
- Муганская равнина // Словарь географических названий СССР / ГУГК, ЦНИИГАиК. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1983. — С. 164
- Муганская равнина // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Azərbaycan İnzibati Ərazi Vahidləri 2012 йыл 12 октябрь архивланған. (әзерб.)
- Информация на сайте mct.gov.az (әзерб.)