Һарыбейә

бөткән ауыл

Һарыбейә — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан. 1930-сы йылдар башында барлыҡҡа килгән, 1980-се йылдарҙа ауылдар исемлегенән алынған.

Һарыбейә
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  СССР
 Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1980
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Баймаҡ районында алтын сығарыу буйынса старатель эштәре XIX башында уҡ ойошторола, айырыуса Беренсе донъя һуғышы алдынан, сөнки был осорҙа район территорияһы инглиз компанияһы концессияһына бирелә. Ҡиммәтле мәғдәнде эшкәртеү буйынса эштәр бигерәк тә XX быуаттың 20-30-сы йылдарында алып барыла. Ятҡылыҡтапрҙа запастар кәмеү сәбәпле улар бер-бер артлы ябылалар. Рудниктарҙың күпселеге Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа ябыла. 1967 йылда Түбә руднигында (аҙаҡҡы рудник) эштәр туҡтатыла[1]. Һарыбейә ауылы 1930-сы йылдар башында Түбә руднигы идаралығының ағас эшкәртеү пункттарының береһе була. 1950-се йылдарҙың башынан 2-се Этҡол ауыл Советы хакимиәте ҡарамағына күсә[2]. 1980-се йылдарҙа ауыл ғәмәлдән сыға[3].

Географияһы үҙгәртергә

Һарыбейә ауылы Көньяҡ Уралдың төп һыу айырғыс тау һыртында, ҡуйы урман эсендә, Ҡана (Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы) йылғаһы буйында урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан — 55 км, 2-се Этҡол ауылынан 15 км алыҫлыҡта ятҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 700 метр.

Халҡы үҙгәртергә

1940 йылда ауылда 352 кеше йәшәгәне билдәле, шул иҫәптән, 174 ир-егет, 178 ҡатын-ҡыҙ. Аҙаҡҡы ваҡыт ауылға күпләп урыҫтар, башлыса Йылайыр районынан, төпләнә.

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Рудниктың гөрләп торған сағында алдынғы стахановсылар тип эшселәр Мөхәмәтҡолов Сәғәдәт, Сырлыбаев Сәйфулла, Яҡупов Баязит, Әхмәтов Миңдеғәле, Заманов Сәхи, Заманов Нәбиулла, Ибраһимов Сөләймән иҫәпләнгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Баймакский район, Башкортостан (Башкирия), Урал Южный, Россия
  2. Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953 год, стр. 284, 286 (Башкирская АССР Административно-территориальное деление. Ситуация на 1 июня 1952 года).
  3. Карты Советского Генерального штаба, масштаб 1:100000. Журнал N-40-116 (издание 1990 года, ситуация на 1985)

Һылтанмалар үҙгәртергә