Викидатала элемент юҡ

Ҡорҡот ата — башҡорттарҙың һәм башҡа төрки халыҡтарының легендар ата-бабаһы һәм изге ҡурсалаусыһы.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ҡорҡот ата — башҡорттарҙың ғына түгел, байтаҡ башҡа төрки халыҡтарның легендар ата-бабаһы һәм изге ҡурсалаусыһы. «Башҡорттар ҡайҙан килгән» легендаһында бәйән ителгәнсә, Ҡорҡот ата башҡорттарҙы Алтайҙан алып килә һәм уларға хәҙерге йәшәгән урындарын күрһәтә.

Ҡырғыҙ ырыуының шәжәреһенә ярашлы, Ҡорҡот ата уларҙың ырыу башлығы була. Ҡорҡот ата тәүге баҡсы булып иҫәпләнә, уның арбауҙар һәм шамандың мөрәжәғәттәре (камлания) текстарында ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү бар (ҡара: Һарнау).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡорҡот ата китабы

  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990
  • Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004
  • Литература Востока в средние века. В 2 ч. Ч.2. М., 1970.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә