Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы
Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы (ЦВММ) — Рәсәй һәм донъяның иң боронғо диңгеҙ музейҙарының береһе, Санкт-Петербургта урынлашҡан диңгеҙ тарихи-мәҙәни мираҫы объекты.
Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1709 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Пётр I |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Рәсми асылыу датаһы | 1709 |
Рәсми сайт |
navalmuseum.ru eng.navalmuseum.ru cn.navalmuseum.ru |
Страница учреждения на Викискладе | Central Naval Museum |
Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы Викимилектә |
Музей үҙенең башланғысын Cанкт-Петербург модель-камераһынан — кораблдәр төҙөү һыҙмалары һаҡлағыстан алған, тәүге тапҡыр Петр I хаттарында 13 (24) 1709 йылдың ғинуарында телгә алына.
Был музейҙа хәҙерге заманда 700 000 ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә, шул иҫәптән, 2000-дән ашыуы — караптар моделдәре. Музейҙың алты филиалы бар: «Аврора» крейсеры, «һыу аҫты кәмәһе Да-2 „Народоволец“», Санкт-Петербургтың «Кронштадт ҡәлғәһе»; «Тормош юлы» (Ленинград өлкәһенең Ладога күле ҡасабаһы), Балтик флоты музейы (Балтийск ҡалаһы), хәрби карап «Михаил Кутузовҡа дан» (Новороссийск ҡалаһы).
Тарих
үҙгәртергәМузей тарихы 1709 йылда Петр I тәүге тапҡыр Модель-камераһын (унда карап моделе һәм һыҙмалары һаҡланған) (нидерл. model-kammer — карап моделдәре бүлмәһе, өлгөләр келәте) беренсе тапҡыр телгә алыуынан башлана. Модель-камера Төп Адмиралтействола, Балтик флоты өсөн караптар төҙөлгән ерҙә, урынлашҡан.
Суднолар үҫеше караптар моделе урынына уларҙың теоретик һыҙмалары менән яйлап алмаштырыла. Карап моделдәре коллекцияһы үҙенең практик әһәмиәтен юғалта һәм модель-камера 1805 йылда «Диңгеҙ музеумы» тип үҙгәртелә. 1827 йылда ябыла, 1867 йылда ул диңгеҙ музейы булараҡ тергеҙелә. XIX быуат аҙағында Диңгеҙ музейы Рәсәйҙең ҙур мәҙәни һәм ғилми үҙәге булараҡ бөтә донъяла билдәлелек ала.
1900—1904 йылда музей экспозицияһы яңынан төҙөлә һәм күпкә киңәйтелә. 1908 йылда байрам тантанаһы алдынан музейҙың 200-йыллығына уға нигеҙ һалыусы Бөйөк Петр исеме бирелә. Бер нисә исемен алмаштырғас, музей 1924 йылда Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы тип атала.
Августа 1939 йылда Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы Ленинградтың матур ҡоролмаларының береһенә — элекке биржа фонды бинаһына күсерелә. Музей бинаһын архитектор А. М. Шепилевский яңыртып төҙөтә. 1941 йылдың февралендә яңы экспозициялар залы асыла, әммә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, иң ҡиммәтле экспонаттар Ульяновск ҡалаһына эвакуацияланған. 1946 йылдың июлендә эвакуациянан кире ҡайтҡан музей үҙ ишектәрен яңынан аса.
Һуғыштан һуң музейҙың филиалдары барлыҡҡа килә. Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейының филиалы 1956 йылда крейсер «Аврора» — беҙҙең илдәге беренсе карап-музейы. 1972 йылда Ладога күле буйында «Тормош юлы».1980 йылда Кронштадт соборы янында «Кронштадт ҡәлғәһе», 1994 йылда Совет һыу аҫты кәмәһе — Д-2 («Народоволец») асыла.
Музей коллекциялары
үҙгәртергә719000 ашыу экспонат музейҙа иҫәптә тора, ул 8 фондта һәм 57 системаға һалынған коллекцияларҙа һаҡлана, уларҙың үлсәмдәре, күләмдәре, материалдары төрлөсә эшләнгән.
Карап фонды
үҙгәртергәМузейҙың был уникаль фондында ике меңдән ашыу карап моделдәре бар, ә иң ҡиммәтле музей экспонаттарының береһе - Петр I ботигы, уны йыш ҡына «Рус флоты олатаһы» тип йөрөтәләр. Шулай уҡ конструктор Степан Карлович Джевецкийҙың 1881 йылда төҙөгән һыу аҫты кәмәһе ҙур әһәмиәткә эйә.
Ҡорал фонды
үҙгәртергәТөрлө ваҡытта төрлө илдән килгән ҡорал һәм ҡорал әйберҙәре был фондтың коллекцияһын тәшкил итә. Ҡиммәтле экспонаттар араһында — боронғо рус пушкаһы, ул 1618 йылда Семен Чугункин һәм 1692 йылда баҡырҙан Иосиф Балашевич тарафынан Глуховта ҡойолған. Шулай уҡ экспонаттар араһында — билдәле рус императорҙары ғаиләһе ағзаларының һәм рус флот йөрөтөүселәренең шәхси ҡоралдары.
Сәнғәт фонды
үҙгәртергәБыл фондта 62000 ашыу һынлы сәнғәт,, графика һәм скульптура әҫәрҙәре тора, шул иҫәптән, Иван Айвазовский, Петр Клодт, Александр Брюллов, Марк Антакольский, Михаил Микешин һәм башҡа урыҫ һәм сит ил рәссамдары һәм скульпторҙарының әҫәрҙәре бар.
Байраҡ фонды
үҙгәртергәМиҙалдар коллекцияһын тыш, был фондта флагтар, байраҡтар, XVIII—XIX быуаттың моряк формалары, хәҙерге заман ВМФ униформалары һаҡлана. Фалеристика коллекцияһында — хәрби отличие билдәләре, нумизматика, бонистика — һирәк аҡсалар һәм тәңкәләр бар.
Документаль фонд
үҙгәртергәБында рус императорҙарының автографы яҙылған ысын документтар һаҡлана, шул иҫәптән Петр I, 1720 йылғы Диңгеҙ уставы, Петр I жалованный грамоталары, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы флот етәкселәренең ҡултамғалары яҙылған документтар бар .
Фотонегативтар фонды
үҙгәртергәБыл фондта диңгеҙ тьарихы менән бәйле фотоальбомдар һәм фотографиялар, открыткалар һәм негативтар бар (280 мең самаһы һаҡлау берәмеге).
Һыҙмалар фонды
үҙгәртергәБыл фондта 18 000 яҡын карап һәм суднолар һыҙмалары бар.
Махсус фонд
үҙгәртергәФондта махсус бүләктәр, ювелир изделиелары һәм сувенирҙар коллекцияһы һаҡлана.
Экспозиция
үҙгәртергәМузей экспозицияһы 19 төп экспозиция һәм күргәҙмә комплексындағы ваҡытлыса экспозициянан тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Здание Биржи (Санкт-Петербург)
- Здание Крюковских (Морских) казарм
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт музея
- Музей Военно-морского флота России в Москве
- Панорама интерьера Центрального военно-морского музея на сервисе Яндекс. Панорамы.