Үлмәҫҡоҙоҡ
Үлмәҫҡоҙоҡ (рус. Улмэс-Козок) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы шишмә.
Үлмәҫҡоҙоҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәҮлмәҫҡоҙоҡ шишмәһе Ҡыуандыҡ ҡала округында Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Аҡбулат ауылынан 3 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Аҡбулат ауылы Түбəнге Бишəй, Туҡ Бишəйе тигән атамалар менән дә йөрөтөлә.[1][2]
- Климаты
Үлмәҫҡоҙоҡ янындағы Аҡбулат ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер кимәл. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына уртаса 150 көн ята[3].
Тарихы
үҙгәртергәШишмә тарихы Аҡбулат ауылы тарихынан айырылғыһыҙ, сөнки административ-территориаль йәһәттән Октябрь реводюцияһына тиклем Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы биләмәһендә булһа, 1917 йылдан тарихи ватанына — Башҡортостан ерҙәренә индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенә бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районы составында була. 1938—1957 йылдарҙа төбәк Чкалов өлкәһе тип аталып ала. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы биләмәһенә индерелә[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, шишмәгә атама Үлмәҫ тигән ҡатын-ҡыҫ исеменән бирелгән. Шишмәнең Үлмәҫәбей тигән икенсе исеме лә бар икән. С. М. Стрельников гидронимды «Үлемһеҙ әбей» мәғәнәһендә аңлата. Мәгәр Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә Үлмәҫбикә (халыҡ телендә ҡыҫҡартып Үлмәҫ тип йөрөтөлөүсән) тигән исемгә ошондай аңлатма бирелә: Үлмәҫбикә — үлмәҫ+бикә һүҙҙәренән тора, борон балалары үлеп торған ғаиләләрҙә был бала үлмәһен, торһон тигән теләк менән ҡушыла торған булған[5][6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 171-се бит
- ↑ Улмэс-Козок, родник в 3 км к северу от Акбулатово. По преданию, от башкирского женского личного имени Улмэс (которое восходит к слову улмэс — «бессмертный»), козок — «колодец», то есть «Колодец Улмэс». Топоним записан также в форме Улмэс-эбей, что в переводе значит или «Бабушка Улмэс», или «Бессмертная бабушка» — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 171-се бит