Ҡ. И. Сәтбаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли тикшеренеү техник университеты (ҡаҙ. Қ.И. Сәтбаев атындағы Қазақ ұлттық техникалық университеті; элекке В. И. Ленин исемендәге Ҡаҙаҡ политехник институты) — Ҡаҙағстандың иң ҙур һәм алдынғы университеттарының береһе.

Ҡаҙаҡ милли техник университеты
ҡаҙ. Қ. И. Сәтбаев атындағы Қазақ ұлттық техникалық зерттеу университеті
Нигеҙләү датаһы 1934
Логотип
Рәсми атамаһы Казахский национальный технический университет, Казахский политехнический институт һәм Казахский горно-металлургический институт
Кем хөрмәтенә аталған Сатпаев, Каныш Имантаевич[d]
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 СССР
Административ-территориаль берәмек Алматы
Уҡыусылар һаны 15 000
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт satbayev.university
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Казахского национального технического университета имени К. И. Сатпаева[d]
Карта
 Ҡаҙаҡ милли техник университеты Викимилектә

1934 йылда Алматы Ҡаҙаҡ тау-металлургия институты булараҡ нигеҙләнгән, 1960 йылда Ҡаҙаҡ политехник институты тип үҙгәртелә, 1970 йылда институтҡа В. И. Ленин исеме бирелгән[1].

Институттың аяҡҡа баҫыуы Х. К. Аветисян, О. А. Байконуров, И. И. Бок, А. В. Бричкин, Л. Г. Кушев, В. Д. Пономарёв, А. С. Попов, В. В. Стендер, А. А. Цефт, Е. Д. Шлыгин һәм башҡа ғалимдарҙың исемдәре менән бәйле. Ҡаҙаҡ тау-металлургия институты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тау, металлургия, төҙөлөш һәм республика сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн төп база булып китә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институт ректоры А. И. Коктов һәм партия ойошмаһы сәркәтибе М. Курмангалиев башлығында 22 уҡытыусы һәм 200-ҙән ашыу студент фронтҡа үҙ ирке менән киткән. Улар араһынан М. Баймуханов, В. А. Засядько, Н. Д. Маркелов, А. Г. Торопкин, Н. И. Ященко Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булғандар[1].

Ҡаҙаҡ политехник институты нигеҙендә 1975 йылда Алматы энергетика институты, 1977 йылда — Рудный индустриаль институты, 1980 йылда — Алматы архитектура-төҙөлөш институты ойошторолған[1].

1994 йылдың ғинуарында В. И. Ленин исемендәге Ҡаҙаҡ политехник институты «Ҡаҙаҡ милли техник университеты» тип үҙгәртелгән, уға донъя ғәмәлендә ҡабул ителгән күп кимәлле структура буйынса ил өсөн кадрҙар әҙерләү функциялары һалынған[2]. Илдең инженер-техник кадрҙарын әҙерләүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1999 йылдың 22 сентябрендәге Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы Ҡаҙаҡ милли техник университетына күренекле ғалим академик Ҡаныш Имантай улы Сәтбаевтың исеме бирелгән[3].

1994 йылдан университеттың баҫма органы — «ҚазҰТУ хабаршысы» — «Вестник КазНТУ» фәнни журналы сыға[4]

2014 йылдың 19 декабрендә, дәүләт университетын артабан приватизациялау маҡсатында, Сәтбаев исеменәдге Ҡаҙаҡ милли техник университеты Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы Респубика дәүләт прелприятиеһынан Акционер йәмғиәтенә үҙгәртелә[5].

Институттары

үҙгәртергә

Ректорҙары

үҙгәртергә
  • 19341937 — Буркитбаев Ашир Джаналаевич
  • 19371939 — Базарбаев Серикбай Базарбаевич
  • 19391942 — Коктов Андрей Иванович
  • 19421946 — Брук Израил Яковлевич
  • 19461952 — Гришин Михаил Карпович
  • 19521962 — Байконуров Омирхан Аймагамбетович
  • 19621968 — Есиркегенов Гавдслям Мухамадиевич
  • 19681976 — Омаров Ашим Курамбаевич
  • 19761985 — Ашимов Абдыгаппар Ашимович
  • 19851992 — Ракишев Баян Ракишевич
  • 19921999 — Шайхутдинов Еренгайып Маликович
  • 20002001 — Нусипов Ергали Нусипович
  • 20012008 — Сулеев Досым Касымович
  • 20082015 — Адилов Жексенбек Макеевич
  • 2015 йылдан — Бейсембетов Искандер Калыбекович

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 М. К. Козыбаев и др. Алма-Ата. Энциклопедия. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — 608 с. — 60 000 экз.
  2. О преобразовании Казахского политехнического института им. В.И. Ленина в Казахский Национальный технический университет (7 ғинуар 1994). Дата обращения: 7 ғинуар 1994. Архивировано 4 декабрь 2018 года.
  3. КазНТУ. ИЗ ИСТОРИИ УНИВЕРСИТЕТА. Дата обращения: 30 ноябрь 2013. Архивировано 30 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  4. КазНТУ. "Вестник КазНТУ". Дата обращения: 9 июль 2008. Архивировано 15 март 2012 года. 2012 йыл 3 апрель архивланған.
  5. О вопросах создания некоммерческого акционерного общества Казахский национальный исследовательский технический университет имени К.И. Сатпаева (19 декабрь 2014). Дата обращения: 19 декабрь 2014. Архивировано 4 декабрь 2018 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә