Ҡыҙылъяр (Белорет районы)
Ҡыҙылъяр (рус. Кызыл-Ярово,Кзыл-Ярово) — Башҡорт АССР-ы Белорет районының хәҙер шулай уҡ ғәмәлдән сыҡҡан Ноҡат ауыл Советына ҡараған юҡҡа сыҡҡан ауыл. 1986 йылда бөтөрөлгән.
Ҡыҙылъяр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
1952 йылда Ноҡат ауыл советына ингән ауыл, ауыл советы үҙәге Арышпар ауылында урынлашҡан булған. Ауыл район үҙәге Белорет ҡалаһынан - 161 саҡрымда, Арышпарҙан 11 саҡрым алыҫлыҡта һәм Белорет тар колеялы тимер юлының Инйәр тимер юлы станцияһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2 / 396 һанлы "Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙың иҫәп мәғлүмәттәрен бөтөрөү тураһында" ғы Указы менән иҫәп мәғлүмәттәренән сығарылған[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.296
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов . Дата обращения: 30 сентябрь 2018. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.