Ҡыҙрасов Юлай Фәүҡәт улы
Ҡыҙрасов Юлай Фәүҡәт улы (1 октябрь 1975 йыл) — дәүләт һәм бизнес эшмәкәре, «КМ-Инвест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең башҡарма директоры, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].
Ҡыҙрасов Юлай Фәүҡәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1975 (49 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, депутат |
Эш урыны | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Биләгән вазифаһы | депутат[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты МИРБИС[d] Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d] Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Биографияһы
үҙгәртергәЮлай Ҡыҙрасов 1975 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында билдәле дәүләт эшмәкәре Фәүҡәт Ҡыҙрасов ғаиләһендә тыуа. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетынан иҡтисадсы һөнәрен алып сыға. Шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Юрист һөнәренә эйә була[2]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда «Европацентр — 93» ММПКО-һыннда йөк ташыусы булып башлай, һуңынан шунда уҡ сауҙа буйынса менеджер, сауҙа бүлеге етәксеһе (1997), коммерция директоры (1998) була. 1997 йылда БашКредитБанк Республика Инвестиция Кредит Банкыһында Проектлау финанслауы идаралығының халыҡ-ара бәйләнештәр төркөмө белгесе булып эшләй.
1998 йылдан — «Гольфстрим» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт менеджеры, 1999 йылда — «Гольфстрим-косметик» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.
1999 йылдан 2009 йылға тиклем «Стройцентр» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең башҡарма директоры, 2009 йылда — «Аҡ сарлаҡ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең башҡарма директоры. 2002 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгендә эшлекле хакимиәт оҫтаһы квалификацияһын ала.
2009 йылдан алып «КМ-Инвест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең башҡарма директоры. 2013 йылда «МИРБИС» Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә дәүләт һәм муниципаль идара итеү менеджеры һөнәренә эйә була. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай[2]. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй[1].
Хәйриә эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМәғариф өлкәһендәге социаль әһәмәитәле проекттарға[3], мохтаждарға[4] ярҙам итә.