Ҡытай Олимпия уйындарында

Ҡытай Халыҡ Республикаһы (КХР) беренсе тапҡыр 1952 йылда Хельсинкиҙа йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Шул уҡ йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты ҠХР-ға ла, Ҡытай Республикаһына ла (Граждандар һуғышында Гоминьдан партияһы еңелгәндән һуң, Тайвань утрауы ғына була) Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт бирә. Тайвандың сәйәси статусы тураһындағы бәхәстәр арҡаһында ҠХР Лейк-Плэсидтағы ҡышҡы Олимпия уйындарына тиклем (1980 йыл) Олимпия уйындарында ҡатнашмай. Ҡытай йыйылма командаһы 1952 йылдан һуң йәйге Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1984 йылда Лос-Анджелеста сығыш яһай.

Ҡытай Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК

CHN

НОК

Ҡытай олимпия комитеты

Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
См. также

Ҡытай милли олимпия комитеты 1979 йылда ойошторола. Граждандар һуғышына тиклем ҡытай спортсылары Ҡытай Республикаһы йыйылмаһы булараҡ сығыш яһай. Һуғыш тамамланғас, Тайвань йыйылма командаһы 1952 йылдан 1976 йылға тиклем Ҡытай йыйылма командаһы составында уйнауын дауам итә. Үҙенең статусын дәғүә иткәнлектән, ҠХР ошо ваҡыт эсендә Олимпия уйындарын инҡар итә. 1979 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты Ҡытай Республикаһы командаһы тураһында резолюция ҡабул итә: ул ошо ваҡыттан тик Тайвань исеменән генә сығыш яһай башлай һәм был ҠХР, ниһайәт, олимпия хәрәкәтенә ҡушыла.

Гонконгтың айырым Милли олимпия комитеты 1950 йылдан бар һәм Олимпиадала 1952 йылдан ҡатнаша. 1997 йылда Гонконг территорияһы ҠХР-ға кире ҡайтарыла һәм махсус административ төбәк статусы ала, әммә олимпия уйындарында айырым команда булараҡ сығыш яһауын дауам итә.

Йәйге Олимпия уйындарында миҙал зачетында XX быуаттың икенсе яртыһында СССР, ә XXI быуатта АҠШ Ҡытайҙың төп дәғүәселәре була.

Ҡытайҙа 2008 йылғы Йәйге Олимпия уйындары һәм 2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары үтә, икеһе лә Пекинда үтә. Пекин тәүҙә йәйге, һуңынан ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала булып тора.

Ҡытайҙар өҫтәл теннисында (улар 37 алтын награданың 32-һен отто), бадминтонда һәм батутта һикереүҙә Олимпия уйындары тарихында миҙал зачетында лидер булып тора. Улар шулай уҡ ауыр атлетикала, художестволы гимнастикала, атыуҙа уңышлы сығыш яһай. Ҡышҡы уйындарҙа шорт-тректа (Корея Республикаһынан һуң икенсе урын) һәм фристайлда ҙур уңыштарға өлгәшә.

Миҙалдар таблицаһы

үҙгәртергә

Йәйге Олимпия уйындары

үҙгәртергә
Уйындар Ҡатнашыусылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
 1952 Хельсинки 1 0 0 0 0
1956—1980 ҡатнашмай
  1984 Лос-Анджелес 216 15 8 9 32 4
  1988 Сеул 273 5 11 12 28 11
  1992 Барселона 244 16 22 16 54 4
  1996 Атланта 294 16 22 12 50 4
  2000 Сидней 271 28 16 14 58 3
  2004 Афины 384 32 17 14 63 2
  2008 Пекин 639 48 22 30 100 1
  2012 Лондон 396 38 31 22 91 2
  2016 Рио-де-Жанейро 412 26 18 26 70 3
  2020 Токио 406 38 32 18 88 2
Бөтәһе 262 199 173 634

Ҡышҡы Олимпия уйындары

үҙгәртергә
Уйындар Ҡвтнашыусылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
  1980 Лейк-Плэсид 24 0 0 0 0
  1984 Сараево 37 0 0 0 0
  1988 Калгари 13 0 0 0 0
  1992 Альбервиль 32 0 3 0 3 15
  1994 Лиллехаммер 24 0 1 2 3 19
  1998 Нагано 57 0 6 2 8 16
  2002 Солт-Лейк-Сити 66 2 2 4 8 13
  2006 Турин 76 2 4 5 11 14
  2010 Ванкувер 94 5 2 4 11 7
  2014 Сочи 66 3 4 2 9 12
  2018 Пхёнчхан 81 1 6 2 9 16
  2022 Пекин 176 9 4 2 15 3
бөтәһе 22 32 23 77

Спорттың йәйге төрҙәре буйынса миҙалдар

үҙгәртергә
 
Өҫтәл теннисы буйынса биш тапҡыр Олимпия чемпионы — Ма Лун
Вид спорта Алтын Көмөш Бронза Барлығы
  Һыуға һикереү 47 24 10 81
  Ауыр атлетика 38 16 8 62
  Гимнастика[1] 33 26 25 84
  Өҫтәл теннисы 32 20 8 60
  Атыу 26 16 25 67
  Бадминтон 20 12 15 47
  Йөҙөү 16 21 12 49
  Еңел атлетика 10 12 15 37
  Дзюдо 8 3 11 22
  Тхэквондо 7 1 3 11
  Фехтование 5 7 3 15
  Бокс 3 5 6 14
  Парус спорты 3 3 2 8
  Байдарка һәм каноэла ишеү 3 2 0 5
  Волейбол 3 1 2 6
  Көрәш 2 5 8 15
  Академик ишеү 2 4 6 12
  Велоспорт 2 3 3 8
  Уҡтан атыу 1 6 2 9
  Теннис 1 0 1 2
  Синхронлы йөҙөү 0 5 2 7
  Баскетбол 0 1 2 3
  Карате 0 1 1 2
  Пляж волейболы 0 1 1 2
  Үләндә хоккей 0 1 0 1
  Футбол 0 1 0 1
  Хәҙерге биш алыш 0 1 0 1
  Софтбол 0 1 0 1
  Гандбол 0 0 1 1
  Гольф 0 0 1 1
Бөтәһе 262 199 173 634

Спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса миҙалдар

үҙгәртергә
Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
  Шорт-трек 12 16 9 37
  Фристайл 5 8 4 17
  Конькиҙа йүгереү спорты 2 3 4 9
  Фигуралы шыуыу 2 3 4 9
  Сноуборд 1 2 0 3
  Кёрлинг 0 0 1 1
  Скелетон 0 0 1 1
Бөтәһе 22 32 23 77

4 һәм унан күберәк алтын миҙалға лайыҡ булыусылар

үҙгәртергә
 
Һыуға һикереү буйынса 5 тапҡыр олимпия чемпионы — У Минься
Спортсы Спорт төрө Уйындар       Бөтәһе
1 У Минься Һыуға һикереү 2004—2016 5 1 1 7
2 Цзоу Кай Спорт гимнастикаһы 2004—2012 5 0 1 6
3 Ма Лун Өҫтәл теннисы 2012—2020 5 0 0 5
Чэнь Жолинь Һыуға һикереү 2008—2016 5 0 0 5
5 Го Цзинцзин Һыуға һикереү 2000—2008 4 2 0 6
6 Ван Мэн Шорт-трек 2006—2010 4 1 1 6
7 Ван Нань Өҫтәл теннисы 2000—2008 4 1 0 5
Фу Минся Һыуға һикереү 1992—2000 4 1 0 5
9 Ли Сяопэн Спорт гимнастикаһы 2000—2008 4 0 1 5
10 Дэн Япин Өҫтәл теннисы 1992—1996 4 0 0 4
Чжан Инин Өҫтәл теннисы 2004—2008 4 0 0 4
Ши Тинмао Һыуға һикереү 2016—2020 4 0 0 4

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Включая прыжки на батуте, спортивную и художественную гимнастику

Һылтанмалар

үҙгәртергә