Ҡырҡҡолас
Ҡырҡҡолас | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Sanguisorba officinalis L. | ||||||||||||||
|
Ҡырҡколас, ҡырҡъяпраҡ, ҡарабаш (рус. Кровохлёбка лека́рственная йәки, апте́чная, лат. Sanguisórba officinális) — рауза сәскәлеләр ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 120 см-ға етә. Июнь-август айҙарында ҡыҙыл, ҡара ҡыҙыл сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә.
Таралыуы
үҙгәртергәҠырҡҡолас күберәк һыу баҫҡан туғайҙарҙа, яландарҙа, урман ситенде һ.б. ерҙәрҙә үҫә. Үҫемлек Евразия, Төньяҡ Американың уртаса климат зонаһында таралған.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәДарыу үләне. Уның тамырын көҙ йыялар, йыуып, киптереп ҡуялар. Ҡырҡҡолас сәйе, төнәтмәһе зарарлы бактерияларҙы үлтерә, ҡан, эс китеүҙе туҡтата. Амебалы дизентерия, эс ауырыуҙарынан, геморрой һәм инәлектән ҡан китеүҙән, тромбоздан ҡулланыла. Теш ҡаҙнаһы шешкәндә, тән бешкәндә, ҡайһы бер гинекологик сирҙәргә ҡаршы ла файҙаланыла.
Туберкулез сирлеләрҙең ауыҙынан ҡан килгәндә лә үләндең файҙаһы тейә.
Бал ҡорттары уның һутын йыя.
Мал аҙығы өсөн сәсеп үҫтереү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Н. И. Анненков, Вилюй округында яҡуттар ҡырҡҡолас тамырын туңдырып, һөттә бешереп ашай, тип яҙған. Улар был ризыҡты «быта» тип атай икән.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |