Ҡыйғы районы флагы
Ҡыйғы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы муниципаль районы символдарының береһе.
Ҡыйғы районы | |
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы | |
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция |
2:3 |
ДГР номеры |
2991[2] |
Флагтың авторы |
Марат Хәлиуллин |
Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 14 июлендәге 1-10-5-се һанлы ҡарары менән раҫланған.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 050 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2991 регистрацион номер бирелеп индерелгән.
Флагтың авторы — Марат Хәлиуллин.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәФлаг дүртмөйөшлө зәңгәр келәм булып тора, уның киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте — 2:3. Флагтың үҙәгендә аҙыраҡ тотҡаға шылдырылған имән урынлашҡан, уның олоно алтын (һары) төҫтә, ә япраҡтары көмөш (аҡ) төҫтә. Имән аҫтында һул яҡта китеүсе алтын (һары) төҫтә ҡанатлы ат төшөрөлгән.
Символиканың нигеҙҙәре
үҙгәртергәФлагтың идеяһы — Ҡыйғы халҡының күтәренкелеген, намыҫлығын һәм рухи байлығын, туған яҡтың гүзәллеген күрһәтеү.
Аҡбуҙат исемле алтын ҡанатлы ат флагтың үҙәк фигураһы булып тора. Аҡбуҙат тураһында халыҡта бихисап матур риүәйәттәр һалынған. Уны һүрәтләү райондың тарихи һәм мәҙәни традицияларға бай булыуын күрһәтә. Шулай уҡ күккә осорға әҙер булған алтын ҡанатлы ат район халҡының туған яғының сәскә атыуы тураһындағы хыялын сағылдыра.
Мөһәбәт имән тамырҙары менән бергә ошо ерҙә йәшәүсе халыҡтың ныҡлығын, көсөн, мөһәбәтлеген, көрәшен һәм еңеүен символлаштыра. Ҡуйы көмөш япраҡлы ботаҡтары район тәбиғәтенең гүзәллеген һәм уның киң япраҡлы урмандарын сағылдыра. Бынан башҡа район территорияһы европа имәненең үҫеү ареалының төньяҡ һәм көнсығыш сиге булып тора.
Һалҡынса һәм уртаса дымлы климаттың үҙенсәлектәре флаг яланының зәңгәр төҫө аша бирелгән.
Алтын — миһырбанлыҡтың, лайыҡлылыҡтың һәм байлыҡтың геральдик символы.
Көмөш — ышаныстың, таҙалыҡтың, тыныслыҡты һөйөүҙең, асыҡлыҡтың, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙың символы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 213—216.