Ҡыйғы районы гербы

Ҡыйғы районы гербыБашҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы муниципаль районы символдарының береһе.

Ҡыйғы муниципаль районы гербы

Детали
Раҫланған

14 июль 2006[1]

ДГР номеры

2990[2]

Авторлыҡ коллективы

Марат Хәлиуллин

Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 14 июлендәге 1-10-4-се һанлы ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 050 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2990 регистрацион номер бирелеп индерелгән.

Гербтың авторы – Марат Хәлиуллин.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Гербта зәңгәр яланда көмөш япраҡлы алтын имән, ә уның аҫтында һулдан китеүсе алтын ҡанатлы ат төшөрөлгән.

Символиканың нигеҙҙәре

үҙгәртергә

Гербтың идеяһы — Ҡыйғы халҡының күтәренкелеген, намыҫлығын һәм рухи байлығын, туған яҡтың гүзәллеген күрһәтеү.

Аҡбуҙат исемле алтын ҡанатлы ат гербтың үҙәк фигураһы булып тора. Аҡбуҙат тураһында халыҡта бихисап матур риүәйәттәр һалынған. Уны һүрәтләү райондың тарихи һәм мәҙәни традицияларға бай булыуын күрһәтә. Шулай уҡ күккә осорға әҙер булған алтын ҡанатлы ат район халҡының туған яғының сәскә атыуы тураһындағы хыялын сағылдыра.

Мөһәбәт имән тамырҙары менән бергә ошо ерҙә йәшәүсе халыҡтың ныҡлығын, көсөн, мөһәбәтлеген, көрәшен һәм еңеүен символлаштыра. Ҡуйы көмөш япраҡлы ботаҡтары район тәбиғәтенең гүзәллеген һәм уның киң япраҡлы урмандарын сағылдыра. Бынан башҡа район территорияһы европа имәненең үҫеү ареалының төньяҡ һәм көнсығыш сиге булып тора.

Һалҡынса һәм уртаса дымлы климаттың үҙенсәлектәре герб яланының зәңгәр төҫө аша бирелгән.

Алтын — миһырбанлыҡтың, лайыҡлылыҡтың һәм байлыҡтың геральдик символы.

Көмөш — ышаныстың, таҙалыҡтың, тыныслыҡты һөйөүҙең, асыҡлыҡтың, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙың символы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение Совета муниципального района Кигинский район Республики Башкортостан от 14.07.2006 № 1-10-4
  2. Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 050
  • Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 213—216.