Ҡыйғаҙы ауылы топонимикаһы
Викидатала элемент юҡ |
Ҡыйғаҙы (рус. Кигазы) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 468 кеше[1]. Почта индексы — 452883, ОКАТО коды — 80204842006.
Географик урыны.
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 110 км
Тарихы.
үҙгәртергәБоронғоларҙың әйтеүе һәм тарихсыларҙың ҡәберлектәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә Ҡыйғаҙы ауылы бынан 300 йылдар самаһы элек барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнелә. Беренсе булып ҡайҙандыр крепостной башҡорт егете- Ҡыдай килеп ултырған. Ләкин ауыл әлеге урында түгел Ҡыйғаҙыбаш күле тирәһендә булған. Был урында күл һәм шишмә булған.Шишмә ҡороғас, хәҙерге Шишмәбай тирәһенә күсеп ултырғандар тип фаразлай боронғолар. Йылдар үткән һайын ауыл ҙурайған һәм йылға буйлап түбәнгә һуҙылған. Әлеге ауыл Советы йәнәшәһендә боронғоларҙың зыяраты булған. Тикшеренеүҙәр ваҡытында ҙур таштар торғоҙола, тик ташҡа уйып яҙылған яҙмаларҙы бер кем дә уҡый алмай. Халыҡ йылдан – йыл арта барған, ауылда ҙур ер биләүсе, күп мал-тыуар тотоусы байҙар барлыҡҡа килгән. Дин башлыҡтары, мулла- мәзиндәр ҙә байып киткән, халыҡты ҡыҫыу, иҙеү башланған. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң халыҡ ирек яулап ала. Ауылда 1928 йылда “Бүләк” колхозы төҙөлә. Колхоз төҙөүҙә Рәхмәтулла Хисмәтуллин, Дәүләтгәрәй Сәфиуллин, Ғәйфулла Бәширов, ағалы- энеле Хәмзә һәм Ғосман Ғүмәровтар әүҙем ҡатнаша.Уларҙың ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, ә ҡайһы берҙәрен кулактар үлтерә. Беренсе колхоз рәйесе- Низаметдин Яхин, беренсе партия ячейкаһы секретары- Ғәйфулла Бәширов, ә комсомол секретары Ғосман Ғүмәров була. 1924 йылда мәктәп асыла, беренсе уҡытыусы булып Ҡотдосов ағай эшләй. 1925 йылда ауылда, мәктәп бинаһында, беренсе спектакль ҡуйыла. Уны Иҫке Ҡаҙансынан Әхмәтзыя Әбдиев ойоштора. 1930-1935 йылдарҙа ауылдағы мәсеттән ике ҡатлы мәктәп һалына ( иҫке оҫтахана янында). 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәп асыла.Беренсе мәктәп директоры Фазыл Мирғәлиев була. Ошо йылдарҙа беренсе пионер ойошмаһы ойошторола, уҡытыусы Нуридә Нуриәхмәтова пионервожатый була. Һуғышҡа ҡәҙәр ауыл яҡшы ғына үҫеш ала. Ул ваҡытта уҡ “Бүләк” колхозында ике тәгәрмәсле трактор була. Мәүхетдин Шәйхетдинов бригадир булып эшләй.Ауылда 4 бригада була.Һуғыш башлағанда колхоз рәйесе Фәһимйән Ғәлимйәнов була. Һуғыштан һуң Ғәлихан Хамматов,Таһир Сәҙриев, Кәрим Суфияров, Рәхим Хәсәнов, Ғәфи Сираев, Тәтбир Ғималтдинов һәм Фәғәнәүи Нәртдиновтар рәйес булып эшләй. Ауылдың күп кенә алдынғы кешеләре тырыш хеҙмәттәре өсөн Мәскәүгә халыҡ хужалығы күргәҙмәһенә бара. Улар араһында Шәрифулла Фәрәхетдинов, агроном-Ғәфи Сипаев, бригадир- Мәүлим Мөбәрәев, комбайнсы-Ғиззәт Зиннәтуллинар ҙа була. Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыйғаҙы ауылынан йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнаша. Уларҙың яртыһы ғына иҫән ҡайта, ҡалғандары һуғыш ҡырҙарында һәләк була. Ул йылдарҙан күп ваҡыт үтте. Ауыл хәҙер бөтөнләй үҙгәрҙе. Унда 169 балаға иҫәпләнгән мәктәп, 6 магазин, медпункт,китапхана, мәҙәниәт йорто бар. Ике ҡатлы мәктәп 1995 йылдың сентябрендә асылды. Хәҙер “Бүләк” колхозы бөтөрөлдө. Уның урынына 2002 йылда 2 ферма хужалығы барлыҡҡа килде. 2004 йылда был хужалыҡтар урынына А.Р.Мөбәрәкшиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторолдо. Ауылдың халҡы ла үҙгәрә. Бына тигән алдынғы кешеләре үҫеп сыға, кешеләр көндән- көн яҡшыраҡ йәшәргә ынтыла.
- "Йәнтөйәк" гәзите, 24 ноябрь 2004 йыл , Хәлиҙә Хажиева, тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе.
Легендаһы.
үҙгәртергәҠыйғаҙы ауылы легендаһы. Асҡын районында Таныпҡа уң яҡтан ҡойған Ҡыйғаҙы тигән йылға бар. Шул йылға буйында ултырған Ҡыйғаҙы тип йөрөтөлгән бик боронғо башҡорт ауылы күренекле башҡорт фольклорсыһы һәм яҙыусыһы Кирәй Мәргәнде башҡорт мәҙәниәтенә биреүе менән билдәле. Кирәй Мәргән — был олуғ ғалим һәм яҙыусының псевдонимы. Уның тулы исеме Әхнәф Нурый улы Кирәев. Ғилми дәрәжәһе филология фәндәре докторы, профессор, күпкенә йылдар Башҡорт дәүләт университетының әҙәбиәт һәм фольклор кафедраһының мөдире булып эшләне. Ауыл исеменең нигеҙен тәшкил иткән Ҡыйғаҙы йылғаһының исемен урындағы халыҡ ике төрлө аңлата.. Шулай ҙа бында ҡыҫҡаса әйтеп китергә мөмкин. 1552 йылда Ҡазан ханлығының баш ҡалаһы Ҡазан рустар (Мәскәү) тарафынан баҫып алынғас, Ҡаҙанды һаҡларға йәлеп ителгән башҡорттар үҙ иленә ҡайта. Шулар араһында Айдабайсар, Ҡырдабайсар һәм Сыудабайсар тигән өс егет ошо яҡ башҡорто ла була. Шул башҡорттарҙан Сыудабайсарҙың шәхси тамғаһы кәкерсәк тип аталған. Шуға ла Сыудабайсарҙы «ҡыйыҡ ауыҙ» тип йөрөткәндәр имеш, тип аңлаталар ауыл ҡарттары (был турала Кубияз ауылындағы мәҡәләлә тулыраҡ яҙылған. — Авторҙан). Ҡыйыҡ ауыҙ тигән атама аҙаҡ Ҡыйғаҙы булып үҙгәргән. Икенсе аңлатма 1996 йылда «Йәшлек» гәзитенең 9 июль һанында Ризәлә Шәйхинурованың «Еркәйемдең тарих һөйләмәгән юҡ һуҡмағы, юҡ тауы» тигән мәҡәләһендә бирелгән. Уның буйынса Ҡыйғаҙы Ҡоҙай тигән кеше исеменән (йәғни антропонимдан) һәм ғаҙы һүҙенән яһалған. Ҡоҙай тигән кеше ауылға тәү башлап нигеҙ ҡорған. Беҙҙеңсә был аңлатмала ҡабул итерлек фекер бар. Бында беҙ иң тәүҙә Ҡыйғаҙы тигән йылға һәм Ҡыйғаҙы исемле ауыл барлығын иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Шунан һуң ике атаманың ҡайһыныһына исем алда бирелгәнен асыҡларға тейешбеҙ.
- Шәйхуллина Эльмира Фәүзәт ҡыҙы. Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы тарихы һәм фольклоры. Өфө, 2018. 48-56-сы биттәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- "Йәнтөйәк" гәзите, 24 ноябрь 2004 йыл
- Кирәй Мәргән. Башҡорт халыҡ ижады. – Өфө: Китап. 1981. - 137 бит.
- Шәйхуллина Э. Ф. Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы тарихы һәм фольклоры. Өфө, 2018. 48-56-сы биттәр.
- Еркәйемдең тарих һөйләмәгән юҡ һуҡмағы, юҡ тауы. Ризәлә Шәйхинурова. «Йәшлек» гәзите, 9 июль 1996 йыл.
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttps://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/toponimika-ser-re/iy-a-i-auili-tarihinan-742414/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=165290375(недоступная ссылка)
--