Ҡурғашлы (Йылайыр ҡушылдығы)

Ҡурғашлы (рус. Кургашла) — Көньяҡ Урал, Башҡортостандың Йылайыр районы Йылайыр йылғаһының һул ҡушылдығы.

Ҡурғашлы
Ҡайҙа ҡоя Йылайыр
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Йылғаның оҙонлоғо 14 км (башынан Икенсе шишмәгә тиклем)[2]. Бассейны Йылайыр яйлаһының кеше әҙ йәшәгән урманлы төбәктәрендә урынлашҡан.

Йылға Анновка ауылынан 3,5 км төньяҡ-көнсығышҡа табан урында башлана һәм Йылайыр ауыл Советы биләмәһе буйлап көньяҡ-көнбайышҡа табан аға[3].

Төп ҡушылдыҡтары йылғаға һул яҡтан ҡоя. Ауылда йылға быуаһы бар.

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай , һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар инешенән Оло Эйек йылғаһына ҡойғанға тиклем, бәләкәй йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000514112200005308[2].

Этимологияһы үҙгәртергә

«Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге» ошондай аңлатма бирә: гидроним ҡурғаш (рус. свинец) һүҙенән килеп сыҡҡан, һәм йылғаның сифатына бәйле -ауыр һыу мәғәнәһендә алынған[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «ключ Кургашла (руч. Второй)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Лист карты N-40-34 Межевой. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1987 г.
  4. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980, — 95-се бит. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә