Ҡураз (Әтәс) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы. Песәй ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Ҡураз
татар. Кураз
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Менделеевск

Ауыл биләмәһе

Песәй

Координаталар

55°58′ с. ш. 52°32′ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 +7 85549

Почта индексы

423650

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 239 000 024

Код ОКТМО

92 639 443 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡураз (Рәсәй)
Ҡураз
Ҡураз
Ҡураз (Татарстан)
Ҡураз

Ҡураз (Әтәс)— байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[1]. Ырымбур губернаһы Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә, 1805 йылдан Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош улусы составына керә.

1840 йылда мәсет теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан —Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан — Бөндөж районы, 1931 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан — Менделевск районы составында була.

1795 йылда ауылда ир енесле 208 йән аҫаба башҡорт; 1816 йылда — 134 аҫаба башҡорт һәм 6 керҙәш башҡорт; 1834 йылда — 125 аҫаба башҡорт һәм 10 керҙәш башҡорт; 1850 йылда — 346 аҫаба башҡорт йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән Йәнәй улусы Бәзәкәй түбәһенең аҫаба башҡорттарынан[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ғәли Чуриев — 1806—1807 йй. Наполеон Францияһына ҡаршы Пруссия кампанияһында ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 51—52. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Ҡалып:Менделеевск районы тораҡ пункттары