Ҡумыҡ аш-һыуы
Ҡумыҡ аш-һыуы ( рус. кумыкская кухня, ҡум. къумукъ аш уьй) — ҡумыҡтарҙың ҡәҙимге милли аш-һыуы.
Ҡумыҡ аш-һыуы | |
Ҡумыҡ аш-һыуы Викимилектә |
Бөтә ислам доньяһындағы кеүек үк, ҡумыҡтарҙың да аш-һыу әҙерләгәндә айырым тыйыуҙары бар - харам (ярамаған) һәм хәләл (рөхсәтле) ҡағиҙәләренә буйһоналар. Һуғымға салған хайуандарыҙы "Бисмил-ләһи Аллаһу әкбәр", тип, боғаҙлап ашайҙар.
Тарихы
үҙгәртергәҠумыҡ аш-һыуы быуаттар дауамында үҫешә һәм үҙ сығанаҡтарын төрки ҡәбиләләрҙең аш-һыу традицияларынан ала, уларға, үҙ сиратында, шулай уҡ Кавказ һәм башҡа төрки ҡәүемдәрҙең (һундар, хазарҙар һ.б.) аҙыҡ-түлек әҙерләү ысулдары ҙур йоғонто яһай.
Милли аш-һыу
үҙгәртергә- Икмәк
Икмәк (ҡум. Этмек) — ҡумыҡтарҙың милли икмәге. Уны бешереүҙең тиҫтәләгән ысулы бар.
- Күмәстәр (сүрәктәр)
Күмәстәрҙе (ҡум. Чурек), ҡумыҡтар бойҙай йәки кукуруз ононан баҫылған ҡамырҙы ҡуй майында ҡыҙҙырып бешерә. Сусҡа майы, харам һаналғанлыҡтан, ҡулланылмай.
- Аштар
Аш (һурпа) (ҡум. Шорпа) — ҡумыҡ аштарының дөйөм атамаһы. Улар төрлөсә бешерелә: ит, йәшелсә һалып, шулай уҡ һөтлө аш та әҙерләйҙәр.
Фасоль ашы (ҡум. Бурчакъ шорпа) — ҡумыҡтарҙың яратҡан аштарының береһе, уны һарыҡ ите һурпаһына фасоль, бәрәңге һәм туҡмас һалып бешерәләр.
- Хинкал
Хинкал — Дағстандағы башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк, ҡумыҡтарҙың төп ризыҡтарының береһе. Уны ит һурпаһына ҡамыр киҫәктәре һалып бешерәләр.
Халпама — ҡумыҡ хинкалы, кукуруз ононан әҙерләнә. Ғәҙәттә тултырма (колбаса) бешереп алынған һурпала бешереп алалар.
- Кюрза
Кюрза (ҡум. Кюрза) — ҡумыҡ билмәне.
- Долма
Долма (ҡум. Долма) — аналогы рус. голубцы, көнсығыш традицион ашамлығы, йөҙөм япрағына ит фаршы төрөп бешерәләр. Ойоған һөткә һарымһаҡ иҙеп эшләнгән соус менән бирелә.
- Былау
Пилав — ҡумыҡ былауы. Кишер менән һарымһаҡ һалып бешерелгән традицион һәм киптерелгән емеш (киш-миш, күрәгә) менән бешерелгән аҡ былау төрҙәре бар[1].
Аш — дөгөнән былау кеүегерәк бешерелгән ризыҡ.
- Шешлек
Чишмик — ҡумыҡ шешлеге.
- Бутҡалар
Чилав — дөгө, кукуруз һәм бойҙайҙан бешерелгән бутҡа. Уны һыуҙа ла, шулайуҡ һөттә лә бешерәләр.
Тахана — бойҙай онон аҡ майҙа ҡыҙҙыралар һәм һыу өҫтәп шыйығайталарң
- Турамалар
Ҡумыҡ турамалары (рус. салаттар) сей йәшелсәнән (помидор, ҡыяр, борос) һәм йәшел тәмләткес үләндәрҙән тора. Ғәҙәттә, ҡаймаҡ һалып бирәләр.
- Пиццалар
Чуду — төрлө эслек менән йоҡа көлсә (күмәс)[2].
- Тултырмалар
Сохта — һарыҡ бауыры, һуған, йөҙөм йәки күрәгә һалып эшләнгән йыуан тултырма. толстая колбаса из бараньей печени с луком и изюмом или курагой.
Тәмле-татлы
үҙгәртергәГалива — ҡумыҡ хәлүәһе, уны айырыуса теләп файҙаланалар. Хәлүәнең рецептары бик күп.
Гүләмә — хәлүә һалып бешерелгән печенье.
Һөт ризыҡтары
үҙгәртергәҠумыҡтар һөттө киң ҡуллана, һаумал килеш тә, ойотоп та файҙаланалар, эремсек һәм йогурттан тыш, аҡ май, ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ етештерелә.
Эсемлектәр
үҙгәртергәЦикнай — йөҙөм һутынан эшләнгән эсемлек.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Матиев Ш.Ш. Кумыкская Кухня. — Республика Дагестан: Наука Дагестан, 2012. — 144 с.
- Абуева.Ж. Дагестанская Кухня. — Республика Дагестан: Эпоха, 2012. — 230 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рзаева Е.С. 50 рецептов плова. — АСТ, 2005. — 19 с. — ISBN 5-17-023927-0.
- ↑ Магомед Атабаев. Кумыки. История, культура, традиции. ISBN 5457687287, 9785457687288