Ҡудайбергенов Динмөхәммәт Ҡанат улы

Ҡаҙағстан йырсыһы

Ҡудайбергенов Динмөхәммәт Ҡанат улы (Димаш Ҡудайберген, ҡаҙ. Құдайберген Дінмұхаммед Қанатұлы, 24 май 1994 йыл, Аҡтүбә, Ҡаҙағстан) — Ҡаҙағстан йырсыһы. Витебскиҙағы «Славянский базар 2015» конкурсының Гран-при эйәһе[5], «Халыҡтың һөйөклөһө» (ҡаҙ. «Халықтың сүйіктісі») Милли премияһы лауреаты[6], «Ҡаҙағстан халҡының берҙәмлеген нығытыуға индергән лайыҡлы өлөшө өсөн» Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланған, «ABU TV song»[7] халыҡ-ара фестивале ҡатнашыусыһы. Ҡытайҙағы «Singer 2017» конкурсында икенсе урынды ала.

Ҡудайбергенов Динмөхәммәт Ҡанат улы
ҡаҙ. Дінмұхаммед Қанатұлы Құдайбергенf
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 24 май 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (30 йәш)
Тыуған урыны Аҡтүбә, Ҡаҙағстан
Туған тел Ҡаҙаҡ теле
Һөнәр төрө йырҙар авторы, мультиинструменталист, композитор, музыкальный продюсер
Уҡыу йорто Казахский национальный университет искусств[d]
Верхняя нота ре[d][1][2][3][…]
Музыка ҡоралы домбра, вокал[d], ударная установка[d] һәм фортепиано
Дискография Dimash Qudaibergen discography[d]
Жанр оперная поп-музыка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель Казахстана
Рәсми сайт en.dimashnews.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 61 002 һәм 2 370 000 ± 9999[4]
 Ҡудайбергенов Динмөхәммәт Ҡанат улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Йырсының ата-әсәһе — Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ҡанат Ҡудайберген улы Айтбаев менән уның ҡатыны Светлана (ҡыҙ фамилияһы — Туләмисова[8]). Димаш сәхнәгә беренсе тапҡыр спектаклдәге эпизодик ролдә сыға. Балалар музыка студияһында фортепиано класында һәм вокал буйынса уҡый. Ошонда уҡығанда йырсы булараҡ тәүләп биш йәшендә музыка колледжы сәхнәһендә сығыш яһай. Алты йәшендә «Айналайын» республика конкурсының «Фортепиано» номинацияһында лауреат була, 10 йәшендә өлкә сараларында алып барыусы булараҡ ҡатнаша.

2010 йылда «Байҡынурҙың сағыу тауыштары» халыҡ-ара фестиваленең І премияһын яулай. 2012 йылда «Жас қанат» республика йәш башҡарыусылар конкурсының гран-приһын ала[9], «Восточный базар»[10] халыҡ-ара эстрада башҡарыусылары телеконкурсының І премияһын яулай, бер йылдан «Мейкин Азия» беренсе халыҡ-ара йәш башҡарыусылар фестивалендә еңеүсе була[11].

2014 йылда «академик йыр» специальносы буйынса А. Жубанов исемендәге Аҡтүбә музыка колледжын тамамлай һәм Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университетының «Эстрада сәнғәте» факультетына инә.

Витебскиҙа «Славянский базар-2015» XXIV халыҡ-ара эстрада йыры башҡарыусылар конкурсының гран-прийын яулағас, киң билдәлелек ала. Өс көн йомғаҡтары буйынса йәш йырсы бөтәһе 175 балл йыя. Беренсе көндө ул «Дайдидау» тигән ҡаҙаҡ халыҡ йырын йырлай, ярымфиналда — Константин Меладзеның «Опять метель» композицияһын, өсөнсө көнөнә «S.O.S. d’un terrien en détresse» тигән йырҙы башҡара, уны 1978 йылда «Starmania» рок-операһы өсөн француз йырсыһы һәм композиторы Даниэль Балавуан яҙған. Димаш Ҡудайберген Гран-приға лайыҡ була, шулай уҡ 20 мең долларлыҡ премия менән бүләкләнә[12].

2015 йылдың 28 октябрендә Истанбулда Димаш «ABU Song Festivals» халыҡ-ара Азия-Тымыҡ океан телефестивалендә Ҡаҙағстан вәкиле була. Уға CNBLUE, Scandal һәм Murat Dalkılıç кеүек башҡарыусылар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға насип була.

2016 йылда Димашҡа Ҡаҙағстан Республикаһының Беренсе Президенты — Милләт Лидерының мәҙәниәт өлкәһендәге дәүләт стипендияһы тапшырыла[13][14].

2017 йылдың 22 ғинуарында Димаш Ҡудайберген Ҡытайҙың «Singer 2017» программаһында ҡатнаша, Көньяҡ Кореяның «I Am a Singer» реалити-шоуының адаптацияһы булып торған был ярышта тик профессиональ йырсылар ҡатнаша. Димаш Ҡытай тамашасыһын киң диапазоны, уникаль стиле менән әсир итә һәм «S.O.S. d’un terrien en détresse» йыры менән беренсе турҙа еңә. Йырсы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ҡытайҙың «Weibo» популяр микроблогтар селтәренең хитына әүерелә. Бер аҙнанан, программаның икенсе этабында, Димаш Витастың «Опера № 2» йыры менән беренсе урынды яулай.

2017 йылдың 27 мартында Димаш Ҡудайберген Top Chinese Music Award’тың «Азияның иң популяр йырсыһы» номинацияһында еңеүсе премияһын ота. Был премия Ҡытайҙа «Грэмми» премияһының аналогы булып тора[15].

2017 йылдың 15 апрелендә Димаш Ҡудайберген Ҡытайҙа «I am a Singer» конкурсында икенсе урын ала. Димаш үҙенең финалдағы сығышында Ҡытайҙың популяр йырсыһы Шан Венже менән бергә йырлай. Конкурста беренсе урынды Ҡытай йырсыһы Sandy Lam ала[16].

2017 йылда "Hollywood Music in Media Awards"тың «The Best Original Song of Video Game» номинацияһында композитор Томас Париштың «Moonlight over the sea» тигән йыры менән еңеү яулай.

2017 йылдың 3 декабрендә Ҡаҙағстан йырсыһы Димаш Ҡудайберген Ҡытайҙа «IQIYI awards» версияһы буйынса йыл йырсыһы тип таныла[17].

Хатта иң тәжрибәле музыкаль тәнҡитселәрҙе һәм белгестәрҙе лә Димаштың 6 октавалы ғәжәп киң тауыш диапазоны һоҡландыра, диапазоны бастан алып һыҙғырыу регистрына тиклемге аралыҡты биләй. Ҡудайбергендың уҡытыусыһы Марат Айтимов раҫлауынса, уның тауышы контратенор түгел, сөнки ул түбән ноталарҙы ла ала, уның тауышы лирик тенор, ул фальцет менән дә бик оҫта йырлай[18].

Димаш төрлө жанрҙарҙағы вокаль әҫәрҙәрҙе төрлө телдәрҙә (ҡаҙаҡ, украин, рус, инглиз, француз, ҡытай һ. б.) башҡара.

2017 йылдың 27 июнендә «Астана Арена» спорткомплексы стадионында #BASTAU live Show тигән тәүге ҙур концертын бирә. Йырсы әле думбырасылар менән көй йырлай, әле Майкл Джексон йырҙарын башҡара. Димаш башҡарыуында поп-музыка короленең легендар «ай» аҙымы менән «Billie Jean» йыры алҡыштарға күмелә. Ҡаҙағстан йырсыһы менән бер сәхнәлә Рәсәй йырсыһы Кристина Орбакайте, швед артисткаһы Лорин, инглиз йырсыһы Софи Элис-Бекстор, Ҡытайҙан Терри Лин сығыш яһай. Ошонда уҡ «Бастау» дуэтының йәш думбырасылары, КешYou, VOX ACAPELLA һәм «Алло» төркөмдәре оҫалығын күрһәтә. Димаштың концерты 30 меңләп кешене йыя[19].

2017 йылдың 28 декабренән Димаш Ҡудайберген Майкл Джексондың һәм Леди Гаганың дизайнеры Гоко Залди менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Йырсы ирҙәр араһында «2017 йылдың иң матур 100 йөҙө» исемлеген инә. Рейтингты «TC Candler» YouTube'тағы каналында баҫтырып сығара, унда Димаш — 76-сы урында.

2018 йылдың 28 ғинуарында Ҡытайҙа Global golden chart awards тантанаһында «Иң яҡшы артист» номинацияһында еңә[20].

Хәйриәлек

үҙгәртергә

Димаш Ҡаҙағстандың төрлө ҡалаларында хәйриә концерттарында һәм сараларында ла сығыш яһай.

Димаш ҡатнашлығындағы бындай саралар сит илдәрҙә лә үтә.

Димаштың тормошонда өләсәһе менән олатаһы ҙур роль уйнай, улар уны өс айлыҡ сағынан ҡарап үҫтерә. Димаш — ейәндәренең иң өлкәне. Димаштың Раушан исемле һеңлеһе (29.08.2001) һәм Абелмансур исемле ҡустыһы (05.01.2007) бар. Улар Аҡтүбәлә йәшәй[21].

  • «Саз әлемі» («Ел арна») — ҡатнашыусы
  • «7 ән» («Хабар») — ҡатнашыусы[22]
  • Орталық хабар («Хабар», 15.05.2015) — ата-әсәһе менән ҡунаҡ
  • «Из первых рук» («Рика ТВ», 21.07.2015) — атаһы менән ҡунаҡ[23]
  • «Таңшолпан» (РТРК «Қазақстан») — ҡунаҡ[24]
  • Орталық хабар («Хабар») — ҡунаҡ[25]
  • «Түнгі студияда Нұрлан Қоянбаевпен» (РТРК «Қазақстан») — ҡунаҡ[26]
  • «ҚызықTimes» («Хабар») — йырсы Адеми менән ҡунаҡ[27]
  • «Бенефис шоу» Майра Мухамедкызы («Хабар») — ҡунаҡ
  • «Аналар» («Astana TV») — әсәһе менән ҡунаҡ[28]
  • «Жан сырым» («Седьмой канал») — ҡунаҡ[29]
  • «Бенефис шоу» («Хабар») — ата-әсәһе менән ҡунаҡ[30]
  • «Singer 2017» («Hunan TV») — ҡатнашыусы[31]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Секреты пения Димаша раскрыла музыкальный эксперт из США365.
  2. Первый альбом Димаша стал платиновым за 37 секунд
  3. ‘The Six Octave Man’ from Kazakhstan Coming To New York
  4. Интерфейс программирования приложения YouTube
  5. Татьяна Хорошилова. «В Витебске завершился „Славянский базар“», «Российская газета» (14 июль 2015). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  6. «Геннадий Головкин, Нуртас Адамбай и Димаш Кудайберген стали „Народными любимцами“», МИА «Казинформ» (30 ғинуар 2016). 24 февраль 2016 тикшерелгән. 2018 йыл 7 февраль архивланған.
  7. Ержан Жүнис, Седат Денли. «Димаш Кудайберген представил Казахстан на международном фестивале», www.24.kz (29 октябрь 2015). 24 февраль 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 3 март архивланған.
  8. Димаштың анасы | Ақтөбе газеті (билдәһеҙ). www.aktobegazeti.kz. Дата обращения: 6 июль 2017. 2018 йыл 8 июль архивланған.
  9. Светлана Глушкова. «Символическая награда „Жас каната“», Радио Азаттык (21 май 2012). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  10. «„Восточный базар-2012“ в Ялте», «Столичное телевидение» (12 сентябрь 2012). 24 февраль 2016 тикшерелгән. 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.
  11. Иван Донис. «Обладателем гран-при международного фестиваля „Мейкин Азия“ стал казахстанец Димаш Кудайберген», News-Asia (22 июль 2013). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  12. «Казахстанец победил на конкурсе „Славянский базар-2015“», Тенгриньюс (13 июль 2015). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  13. ПРИЛОЖЕНИЕ к распоряжению Президента Республики Казахстан от 30 декабря 2016 года №139.
  14. Президент присудил стипендии Бибигуль Тулегеновой и Олжасу Сулейменову - новости Казахстана | Tengrinews. Tengrinews.kz. Дата обращения: 1 февраль 2017.(рус.). Tengrinews.kz. 1 февраль 2017 тикшерелгән.
  15. «Димаш Кудайберген выиграл „Китайский Грэмми“» 2018 йыл 3 июль архивланған., Sazalem.com (28 марта 2017).
  16. «Димаш Кудайберген занял второе место на конкурсе "I am a Singer"», Sazalem.com (16 апрель 2017). 2018 йыл 23 май архивланған.
  17. Димаш Кудайберген признан певцом года в Китае
  18. Чьё исполнение «Оперы № 2» звонче — российского Витаса или казахстанского Димаша
  19. Первый сольный концерт Димаша Кудайбергена прошел в Астане. www.caravan.kz. Дата обращения: 2 июль 2017.(рус.). www.caravan.kz. 2 июль 2017 тикшерелгән.
  20. Димаш Кудайберген победил в Китае на Global golden chart awards
  21. Мария Гареева. Девушку Димаша Кудайбергена вычислили китайские СМИ - новости на Informburo.kz. informburo.kz. Дата обращения: 9 февраль 2017.
  22. Димаш Кудайбергенов — Киналама (7 ан) (ҡаҙ.) (24 апрель 2015). Дата обращения: 24 февраль 2016.(ҡаҙ.) (2015-04-24). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  23. РИКА ТВ. Из первых рук (Рика ТВ) от 20 июля 2015 года (21 июль 2015). Дата обращения: 2 февраль 2017.
  24. «Таңшолпан» ақпаратты-сазды бағдарламасы — Димаш Құдайберген (ҡаҙ.). «Қазақстан» Ұлттық арнасының (14 июль 2015). Дата обращения: 24 февраль 2016.(ҡаҙ.). «Қазақстан» Ұлттық арнасының (2015-07-14). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  25. Димаш Кудайбергенов — Орталык Хабар 14.08.2015 (ҡаҙ.) (14 август 2015). Дата обращения: 24 февраль 2016.(ҡаҙ.) (2015-08-14). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  26. "ТҮНГІ СТУДИЯ" Нұрлан Қоянбаев" Қонақта: Димаш Құдайбергенов (2015) (ҡаҙ.) (9 сентябрь 2015). Дата обращения: 24 февраль 2016.(ҡаҙ.) (2015-09-09). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  27. Димаш Құдайбергенов және Адэми (Жаңа times) (2016) (ҡаҙ.). Project X Kazakhstan (31 декабрь 2015). Дата обращения: 24 февраль 2016.(ҡаҙ.). Project X Kazakhstan (2015-12-31). 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  28. Jan di hoo. Димаш Құдайбергеновтың анасы [Аналар] 2016 (3 сентябрь 2016). Дата обращения: 2 февраль 2017.
  29. Седьмой канал - 7 канал Казахстан. Димаш Құдайбергенов осы жексенбіде "Жан сырым" бағдарламасында 20:30! (17 май 2016). Дата обращения: 2 февраль 2017.
  30. Farida Yesbenbetova. Димаш Құдайбергенов «Бенефис шоу» (17 апрель 2016). Дата обращения: 2 февраль 2017.
  31. Майра Мұхамедқызы & Димаш Кудайбергенов — Аккуым (ҡаҙ.) (23 ғинуар 2016). Дата обращения: 24 февраль 2016.(ҡаҙ.) (2016-01-23). 24 февраль 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә