Ҡоҙаҡай (Салауат ҡалаһы)
Ҡоҙаҡай[1] — элек Мәләүез районына ингән юрматы ырыуы башҡорттары ауылы. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Уның ерҙәрендә хәҙер Салауат ҡалаһының төньяҡ урамдары. Хәҙерге Губкин урамы менән Октябрь сатында Ҡоҙаҡай ауылына һәйкәл ҡуйылған.
Ҡоҙаҡай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
1952 йылда Ҡоҙаҡай Мәләүез районы Нурдәүләт ауыл Советына ҡараған. Яҡындағы тимер юл станцияһы Салауат ҡалаһында урынлашҡан, Ергән станцияһына тиклем— 18 км, Үрге Юлдаш ауылына (хәҙер Салауат ҡалаһы микрорайоны) тиклем — 8 км.
Тарихы
үҙгәртергә1842 йылда Ҡоҙаҡай 7 башҡорт кантонының 16-сы йортона ҡараған.
Ауылға нигеҙ һалыусы — Ҡоҙаҡай. Бында уның улдары Ҡолгилде (1760—1823), Миңлеғол (1789—1848) ғаиләләре менән йәшәгән[2].
Революцияға тиклем ауылда мәсет булған. Был урында 1990 йылдарҙа Салауат ҡалаһының йәмиғ мәсете (Мәсжид Ән-Нәби) төҙөлгән.
Демография
үҙгәртергә1795 йылда үткән V ревизия документтары буйынса Ҡоҙаҡай ауылында 10 йортта 54 кеше йәшәгән. 1850 йылғы IX ревизия ваҡытында бында 13 йортта 82 аҫаба башҡорт йәшәгән. Ауылдың бик тиҙ үҫмәүе уның оло юл өҫтөндә булыуына бәйле (Өфө-Ырымбур), башҡорттар мал үрсетеп, ғәҙәти тормош алып барыр өсөн тынысыраҡ, чиновниктар һәм хәрбиҙәр йөрөмәгән, урындарға күсенгән. 1920 йылда бында 43 йортта 239 кеше иҫәпкә ингән[2]
Иҡтисады
үҙгәртергәТөп хужалыҡ тармаҡтары — малсылыҡ була. 12 йортта йәшәгән 67 кешегә XIX быуат уртаһында берәр ат һәм һыйыр ғына тура килә. Тотош ауылға 12 һарыҡ һәм 7 кәзә генә була. Халыҡ умартасылыҡ менән дә бик аҙ шөғөлләнә : ауылда 25 умарта һәм 3 солоҡ була. 1842 йылда ауылда дүрт боттан әҙ генә күберәк ашлыҡ сәскәндәр. XX быуаттың 60-сы йылдарында ауылдағы ике урамда (Полежаев һәм Нахимов урамдары) 80 өй була. Ауылда был осорҙа инде төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән — башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мордвалар.[2] Улар башлыса Салауат ҡалаһы предприятиеларында эшләй.
Хәтер
үҙгәртергәСалауат ҡалаһында Губкин һәм Октябрь урамдары киҫешкән урында Ҡоҙаҡай ауылы кешеләренә иҫтәлелек итеп билдә ҡуйылған (2004)[3]. Һәйкәлдә яҙылған текст (төньяҡ -көнсығыш яҡтан урыҫ телендә, көньяҡ-көнсығыш яғында — башҡорт телендә):
Ҡоҙаҡай XVIII быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, ҡоҙаҡайҙар 1812 йылғы Ватан һуғышында, 1914 йылғы Беренсе донъя һуғышында, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.Кудакаево 2014 йыл 1 ғинуар архивланған.
{{{2}}}
Һәйкәл граниттан эшләнгән. Һәйкәле янында тротуар плиткалары түшәлгән. Һәйкәл тирәләй сәскә клумбалары эшләнгән.
Ҡоҙаҡайҙа тыуып үҫкән В. К. Аҙнағолов үҙенең «Ике быуатҡа һуҙылған дәүер» тигән китабын тыуған ауылы һәм ауылдаштарына бағышлаған.
Тағы ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Салауат
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Земля Юрматы и юрматинцы — город Салават
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кудакаево | Генеалогия и архивы
- ↑ Памятник жителям д. Кудакаево (Отечественная война 1812 г., I мировая война, ВОВ) . Администрация городского округа город Салават. Дата обращения: 10 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 1 ғинуар архивланған.