Салауат йәмиғ мәсете

2004

Мечеть
Салауат йәмиғ мәсете
Ил Рәсәй
Город Салауат
Конфессия ислам
Төҙөлөшө 19852004 йылдар
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә

Мәсжид Ән-Нәби Йәмиғ мәсете — Салауат йәмиғ мәсете, 1985 йылда төҙөлә башлай.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Салауат ҡалаһындағы Мәсжид Ән-Нәби Йәмиғ мәсете ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн ике залы булған бинанан ғибәрәт. Төп манараның бейеклеге — 49 метр, иң ҙур көмбәҙҙең бейеклеге — 25 метр, файҙалы майҙаны — 3000 кв. метр тәшкил итә. Мәсеттең эскизын В. В. Лебедев етәкселегендәге Петербург архитекторҙары эшләне.

Мәсеттең михрабы Ҡиблаға, ислам үҙәге — Ҡәғбәғә (ғәр. الكعبة المشرفة‎) — Әл-Харам мәсетендәге Ҡара ташҡа (Мәккә) йүнәлеш бирә. Мәсеттең эске ихатаһы бар.

Салауат ҡалаһындағы мәсет бик оҙаҡ төҙөлә. Тәүге намаҙ бында 2002 йылдың 21 декабрендә уҡыла. 2008 йылдың 23 авгусында МДУМ юғары мөфтөйө Тәлғәт Тәджетдин ҡатнашлығында мәсет тантаналы рәүештә асыла. Төҙөлөш ҡалала йәшәүселәрҙең иғәнәһенә төҙөлә, уларға ҡала предприятиелары һәм сит ил компаниялары ярҙам итә. Майҙаны буйынса мәсет Башҡортостанда Өфө мәсете Ләлә Тюльпандан һуң икенсе урынды биләй. Мәсет холоҡ төҙәтеү учреждениеларын ҡурсалай: Салауат ҡалаһында — 2-се һанлы ИК, 16 ЛИУ 19 16 (Салауат); Мәләүез ҡалаһында −7-се һанлы ИК; Шәкетауҙа — балалар колонияһы. Мәсеттә никахлашыу йолалары үткәрелә[1].

Мәсеттә Рәсәй ислам университетының филиалы асылған (башланғыс дини белем), йыл һайын бында 100 уҡыусы шәкертeуҡый, диплом алғас, улар имам, ислам нигеҙҙәре мөғәллимдары була алалар[2]. Уҡыу ваҡыты — 3 йыл. Һуңынан уларҙың күбеһе артабан уҡыуын дауам итеү өсөн Өфөгә китәләр. Филиалда 22 уҡытыусы эшләй, улар араһынан 12 мөғәллим юғары дини белемле. Йолалар атҡарған башҡа 15 руханиҙар кеүек, уларҙың барыһы ла ирекле нигеҙҙә эшләйҙәр, эш хаҡы алмайҙар. Төрлө йәштәге диндарҙар өсөн йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә[3]. Мәсеттә ғәрәп теле буйынса факультативты Сүриәнән килгән мөғәллим алып бара. 2004 йылдан башлап йәмиғ мәсете манараһынан Салауат ҡалаһы мосолмандарына намаҙ ваҡыты етеүен белгертеп, аҙан тауышы саҡыра.

Мөфтөй — Рәсәй МДУМ юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насыров. Имам ахунд — Тимерҡаҙыҡ хәҙрәт, имам-мөхтәсиб Зөфәр хәҙрәт, имам — хатип Тимерғәлей хәҙрәт, имам — хатип Низаметдинов Ғабдраүф Бәҙретдин улы. Мәҙрәсә янындағы мәсет мөғәллиме — Асия Шәрифуллина.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Мосолман ай календары буйынса яңы йыл — хиджрға мәсеттә бер нисә номинация буйынса традицион конкурс үтә: ҡөрьән сүрәләрен уҡыу, ислам нигеҙҙәре һәм тарихы буйынса викторина.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Газета «Салаватский нефтехимик» № 32 (4965). 20 августа 2011 г.
  • Газета "Выбор" №102-105 от 16.07.2015 г. Статья "Вера дает надежду и любовь".

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә