Ҡоҙаш (Бөгөлмә районы)
Ҡоҙаш (Ҡодаш) — Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районында урынлашҡан ауыл. Ҡоҙаш ауыл биләмәһенә ҡарай, ауыл биләмәһе үҙәге. 2002 йылға ҡарата халыҡ һаны 842 кеше.
Ауыл | |
Ҡоҙаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1747 йылдан |
Элекке исеме |
Ҡыйҙаш, Яңы Ҡарабаш |
Халҡы |
842 кеше (2002) |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85594 |
Почта индексы |
423228 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Ҡоҙаш йылғаһы буйында, Бөгөлмә ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Ауыл тарихы
үҙгәртергәҠоҙаш — 1748 йылдан билдәле ауыл[1]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Микул улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Әлмәт районы, 1935 йылдан — Яңы Песмән районы, 1955 йылдан — Лениногорск районы, 1959 йылдан — Бөгөлмә районы составына инә[1].
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1816 йылда ауылда ир енесле 10 башҡорт; 1834 йылда — 28 башҡорт (Ҡыйҙаш ауылында) һәм 141 типтәр (Ҡоҙаш ауылында); 1859 йылда — 770 ҡаҙна крәҫтиәне һәм башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1889 | 1897 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
770 | 823 | 1317 | 1378 | 1666 | 1544 | 1161 | 1043 | 1028 | 920 | 672 | 538 | 842 |
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 577. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
Был Татарстан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |