Ҡояшты сәләмләү

Задар ҡалаһы яры буйына урынлаштырылған светодиодлы яҡтылыҡ инсталляцияһы

Ҡояшты сәләмләү (хорв. Pozdrav Suncu) — архитектор Никола Башичтың Хорватияның Задар ҡалаһы яры буйына урынлаштырылған светодиодлы яҡтылыҡ инсталляцияһы. «Ҡояшты сәләмләү» яҡтылыҡ эффекттары ярҙамында авторҙың бынан алда эшләгән инсталляцияһы — Диңгеҙ органы янына урынлаштырылған.

Ҡояшты сәләмләү
хорв. Pozdrav Suncu
Нигеҙләү датаһы 2008
Рәсем
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Задар[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән быяла, солнечная фотоэлектрическая панель[d] һәм светодиод[d]
Архитектор Nikola Bašić[d]
Вид в ночное время
Карта
 Ҡояшты сәләмләү Викимилектә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Һәйкәл Хорватияның Задар ҡалаһына ингән ерҙә, Задар ярымутрауының көнбайыш осонда урынлашҡан, унан Задар каналына, утрауға һәм киске ҡояш байыуына күренеш асыла.

 
Инсталляцияның төнгө күренеше

Һәйкәл өс йөҙ күп ҡатлы быяла пластиналарҙан тора, улар таш түшәлгән яр буйы менән бер кимәлдә урынлашҡан һәм диаметры 22 метрлыҡ түңәрәктән ғибәрәт, уның аҫтына фотоэлектрик ҡояш элементтары ҡуйылған. Төп (Ҡояш) инсталляция менән йәнәш Ҡояш системаһы планеталарын кәүҙәләндергән шундай уҡ, ҙурлығы буйынса бәләкәйерәк инсталляциялар урынлашҡан. Ҡояштың һәм планеталарҙың үлсәмдәре, шулай уҡ һәр пластинаның үҙәгенән алыҫлығы ла пропорциональ. Быяла аҫтында урынлашҡан ҡояш элементтары, көн дауамында энергия туплап, төндә ҡабыҙыла һәм яҡтылыҡ шоуын тыуҙыра.[1][2][3]

Фотоэлектрик элементтарҙы уратып алған хромланған ҡулсала Задар ярымутрауындағы сиркәүҙәрҙең хөрмәтенә аталған бөтә изгеләрҙең исемдәре яҙылған. Уларҙың исемдәре һәм байрам даталары менән йәнәш Ҡояштың экваторҙан төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан ауышыуы һәм бейеклеге, тап ошо яр буйындағы көндөң оҙонлоғо күрһәтелә. Һәйкәл Задар Диңгеҙ мәктәбенең ғалимы-маринисы профессор Максим Кларин[hr] менән хеҙмәттәшлектә эшләнгән.[4]

Инсталляция ҡоролмаһының хаҡы 8 миллион кун (яҡынса 1,3 миллион евро),, ә яҡын-тирәләге территорияны төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алып, 50 миллион кун (Яҡынса 7 миллион евро) тәшкил итә. Ҡояш яҡтылығы, дым һәм диңгеҙ тоҙо йоғонтоһо эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән техник хеҙмәтләндереү 2008 йылдан 2013 йылға тиклемге осорҙа 700 мең кун тәшкил итә. 2019 йылдың мартында үткәрелгән масштаблы реконструкция һәм модернизациялау проектының хаҡы 4 миллион кунға барып етә.[5][6]

Вандализм

үҙгәртергә
 
Зыян күргән ҡояш панелдәр

Инсталляция бер нисә тапҡыр вандализм объектына әйләнә. Мәҫәлән, 2009 йылдың июнендә танылмаған кеше дүрт ҡояш панелен, ә 8 авгусҡа ҡарай төндә тағы ла ике панелде вата. 2019 йылдың майында йәш кеше, бер нисә модулде сүкеш менән ватып, 90 мең евронан ашыу зыян килтерә[7]. В мае 2019 года молодой человек разбил несколько [8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Привет, солнце»: впечатляющая экологическая инсталляция в Хорватии. КУЛЬТУРОЛОГИЯ.РФ (26 май 2014). Дата обращения: 1 май 2022. Архивировано 28 июль 2021 года.
  2. ‘Приветствие Солнцу’ окрасило хорватский отдых. Европа Сегодня (17 октябрь 2012). Дата обращения: 1 май 2022. Архивировано 24 май 2017 года.
  3. Zadarski pozdrav suncu (хорв.). Nacional (5 май 2008). Дата обращения: 1 май 2022. Архивировано 5 март 2016 года.
  4. Petra Mičić. Astronomski podaci na instalaciji Pozdrav Suncu (хорв.). Zadarski list (22 октябрь 2009). Дата обращения: 3 май 2022. Архивировано 14 сентябрь 2017 года.
  5. Je li cijena zadarske atrakcije Pozdrav Suncu previsoka? (хорв.). RTL.HR (2013-2-17). Дата обращения: 3 май 2022. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Je li cijena zadarske atrakcije Pozdrav Suncu previsoka? (хорв.). Antena Zadar (28 март 2019). Дата обращения: 3 май 2022. Архивировано 20 октябрь 2020 года.
  7. Vandali ponovno oštetili zadarsku atrakciju Pozdrav suncu (хорв.). Dnevnik.hr (12 август 2009). Дата обращения: 3 май 2022. Архивировано 18 сентябрь 2009 года.
  8. Daniela Rogulj. Vandal Destroys 'Monument to the Sun' in Zadar, Damage Worth 660,000 Kuna (ингл.). Total Croatia News (31 май 2019). Дата обращения: 3 май 2022. Архивировано 31 май 2019 года.