Ҡотлобаева Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы

табип, Өфө ҡалаһының тәүге ҡатын-ҡыҙ акушер- гинекологы

Ҡотлобаева Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы (12 май 1886 йыл, Ҡазан ҡалаһы, Рәсәй империяһы1966 йыл, Өфө ҡалаһы,Башҡорт АССР-ы) — Ҡазан университетын тамамлаған (1912), мосолман ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге табиптарҙың береһе, акушер-гинеколог. РСФСР-ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1942), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы Ҡотлобаева
татар. Котлыбаева Ракыя Шәйхәттәр кызы
Тыуған көнө

1886({{padleft:1886|4|0}})

Тыуған урыны

Ҡазан, Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат көнө

1966

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

акушерлыҡ, гинекология

Эшләгән урыны

больница города Уфы, 1-й родильный дом города Уфы

Альма-матер

Ҡазан университеты

Ниндәй өлкәлә танылған

акушер-гинеколог

Награда һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Ҡалып:Заслуженный врач Башкирской АССР

Сығышы. Уҡыу йылдары

үҙгәртергә

1886 йылдың 12 майында Ҡазан ҡалаһында отставкалағы капитан Шәйхәттәр Ғөбәйев ғаиләһендә тыуған. Ҡазан ҡалаһындағы Ксения гимназияһын тамамлаған. 1902 йылда экстерн менән Царское Село лицейында өлгөргәнлек аттестатына имтихан тота. Уҡырға, йәмғиәттә үҙ урынын табып кешеләргә файҙа килтерергә теләге көслө була. Ләкин ғаиләһендә ата-әсәһе мосолман ҡатын-ҡыҙының урыны — ғаиләлә, тип уның уйын хупламайҙар.

Раҡия Ҡаҙан университетының медицина факультетын тамамлаған дворян Искәндәр Мостафа улы Ҡотлобаевҡа кейәүгә сыға, сөнки ул буласаҡ ҡатынының теләгенә ҡаршы төшмәй, уға һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер икәнлеген белдерә.

1904 йылда Раҡия Санкт-Петербургта Ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтында уҡый, тик бәләкәй балаһы булыуы, матди ауырлыҡтар уны уҡыуын ташлап, Ҡазанға ҡайтырға мәжбүр итә. 1906 йылдың 2 сентябрендә ул Ҡаҙан университеты ректорына үтенес менән мөрәжәғәт итә, уны университеттың медицина факультетына икенсе курсҡа алыуҙарын һорай. Ректор Раҡияның үтенесен ҡәнәғәтләндерә, ул ирекле тыңлаусы булараҡ университетҡа ҡабул ителә.

Ул бик һәйбәт уҡый. 1906/1907 уҡыу йылында икенсе курс һәм өсөнсө курстың бишенсе семестры өсөн экзамендар бирә. 1907—1908 йылда Р. Ҡотлобаева дүртенсе, 1908—1909 уҡыу йылында — бишенсе курс өсөн экзамендар бирә. Табип исемен алыр өсөн университетта тикшереү комиссияһында имтихан бирергә кәрәк була, ә ҡатын-ҡыҙҙарға ул дәүерҙә был хоҡуҡ бирелмәгән. 1912 йылда ғына ул медицина факультетында имтихан тота һәм табип дипломын ала. Башта Ҡазан ҡалаһында акушер-гинеколог булып эшләй, һуңыраҡ, 1913 йылда, ҡыҙҙары Ҡәҙриә менән Әҙиләне алып, (иртә үҙ теләге менән тормоштан киткән) иптәше Искәндәрҙең атаһы, Бәләбәй өйәҙе дворяны Мостафа Уйылдан улы Ҡотлобаев саҡырыуы буйынса Өфөгә килә. Нәҫелдән килгән дворян М. В. Ҡотлобаев — Өфө губернаһында күренекле кеше, Бөрө өйәҙенән губерна земствоһы йыйылышына гласный итеп һайланған була.

Башҡортостанда табип эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1913 йылда Башҡортостанда 51 больница булған, уларҙа 143 табип һәм 342 фельдшер эшләгән. 69 амбулатория һәм 52 фельдшер пункты халыҡтың һаулығын ҡайғыртҡан. Ҡалаларҙа барлығы 22 урын бала табыусылар өсөн тәғәйенләнгән, ә ауылдарҙа улар бөтөнләй булмаған. Яңы тыуған 100 баланың 29 тәүге йылында уҡ үлгән. Халыҡтың уртаса ғүмере 28—29 йыл тәшкил иткән, сөнки төрлө ауырыуҙар, эпидемиялар бик ныҡ таралған була.

ХХ быуат башындағы революциялар, йәмғиәттә булған үҙгәртеүҙәр медицина өлкәһендә лә үҙгәрештәргә килтерә. Был эште алып барыу ифрат ауыр була, бигерәк тә мосолмандар менән эшләү күп сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итә.

27 йәшлек Раҡияны Фёдор Егорович Чижов исемендәге ҡала больницаһының бала табыу бүлегенә (Цюрупа урамы, 48 — был йорт хәҙер юҡ) акушер-гинеколог вазифаһына алалар. Өс йылдан ул больницаның мөдиренә әйләнә.

Раҡия Ҡотлобаеваның Өфөлә яһаған тәүге операцияһы уңышлы була — әсә лә (мосолман ҡатыны), бала ла иҫән ҡала. Был ваҡиға бөтә ҡаланы шаулата.

1918 йылдың уртаһында Өфөлә Совет власы ҡолатыла, урындағы большевик етәкселәрҙең ҡатындары аманат итеп алына (аҙыҡ-түлек наркомының ҡатыны Мария Петровна Цюрупа, Вера Николаевна Брюханова (финанстар наркомы ҡатыны), Архангельскаялар (ВСНХ рәйесенең ҡатыны менән һеңлеһе). Улар менән бәйләнеште табип Раҡия Ҡотлобаева аша булдыралар.

Күренекле табип-терапевт, профессор А. Г. Тереғолов Ҡотлобаевтар тураһында бик юғары фекерҙә булған.

Раҡия Ҡотлобаева кешеләргә табип булараҡ та, кеше булараҡ та һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер була. Ижади интеллигенция өсөн ауыр дәүерҙә Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы уларҙы үҙ йортонда һыйындыра (әлеге Туҡаев урамы, элекке Сөләймәнов мөфтөй өйө). 1930 йылдарҙа уны ҡулға алғас, Өфөлә ҡатын-ҡыҙ көслө тауыш күтәргән, йәмәғәтселек фекеренә ҡолаҡ һалғандармы, табиптар әҙ булыуы үҙ ролен уйнағанмы, тик Р.Ҡотлобаеваны төрмәнән сығаралар.

Өфө ҡалаһында уның башланғысы менән беренсе бала табыу йорто, беренсе ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы әле лә эшләй. Ул тәүгеләрҙән булып әсәйҙәр өсөн мәктәп ойоштора, әсәйҙәргә бала тәрбиәләүҙең фәнни нигеҙҙәрен өйрәтә.

Уның халыҡ алдындағы юғары абруйы һөҙөмтәһендә СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлайҙар.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда (1941—1945) табип Р. Ҡотлобаева арымай-талмай яралы яугирҙәрҙе дауалай, халыҡ араһында эпидемияларға ҡаршы эш алып бара. 1942 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы», 1944 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 сентябрендәге Указына ярашлы «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 3. З-К. 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә