Ҡолсоғаҙыташ
Ҡолсоғаҙыташ — (рус. Кульсугадыташ (Синие скалы)) - Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы тау түбәһе.
Ҡолсоғаҙыташ | |
Координаталар: 53°53′01″ с. ш. 58°30′33″ в. д.HGЯO | |
---|---|
Тау түбәһе бейеклеге | 947,9 м [1] |
Викиһаҡлағыста категория |
Географияһы
үҙгәртергәҠолсоғаҙы түбәһе Көньяҡ Уралдың Белорет районына ингән өлөшөндә урынлашҡан. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын.
Был урындан йыраҡ түгел Ҡолсоғаҙы йылғаһы аға.
Түбә Белорет ҡалаһынан 4 саҡрым көньяк-көнсығыштараҡ ята, уға яҡын ғына Р-316 федераль трасса (Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск) үтә. Иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 947,9 м тәшкил итә [2] [3]. .
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһы Ҡолсоғаҙы йылғаһы исеменән һәм таш һүҙенән алынған. Урыҫ телендә уны Синие скалы тип тә йөрөтәләр. Ҡолсоғаҙы һүҙе тураһында, имеш, башҡортсанан спящая красавица (йоҡоло һылыуҡай) тип тәржемә ителә тигән матур легенда уйлап сығарғандар, ул яҙманан-яҙмаға күсеп йөрөй, мәгәр был ысынбарлыҡтан бик алыҫ икәне күренеп тора [4].
Ғаҙы һүҙе - боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлатҡан [5] Тәүге өлөшө ҡолсо һүҙенән дә, ҡулса һүҙенән дә булыуы ихтимал.
Галерея
үҙгәртергә-
Алыҫта - Ҡолсоғаҙыташ
-
Юлдан күренеше
-
Тәүге "кикреге"
-
Икенсе "кикреге"
-
Икенсе "кикреге"
-
Ағаслы ҡаялар
-
Зәңгәр ҡаялар (Синие скалы) тип юҡҡа әйтмәйҙәр
-
Таштар донъяһы
-
Урман, тау, болот
-
Ҡаялар аһәңе
-
Ҡоштар оя ҡорор ҡаялар
-
Ҡайындар ҙа үҫә ҡаяларҙа
-
Ҡаянан күренеш
-
Ҡолсоғаҙыташ, Ямантау, Көркәк күренеше
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Топографическая карта Украины, России, Беларуси (53.884,58.51)
- ↑ Синие скалы (Кульсугадыташ)
- ↑ Кульсугадыташ (Синие скалы), Башкортостан 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ Синие скалы (Кульсугадыташ)
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.- 200 стр.