Ҡаҡ — башҡорт халҡының татлы ризығы. Башҡорттарҙа ҡаҡ ҡойоу киң таралған һәм бөгөнгә тиклем һаҡланып килә.

Ҡаҡ
Алма һәм ҡарағат ҡағын ҡатлап эшләнгән татлыҡай

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡаҡ һүҙе башҡорт телендә бер нисә мәғәнәгә эйә.Башлыса ныҡ кипкән, йәғни ҡаҡланған берәй нәмәне аңлата. Мәҫәлән, ҡаҡ имән, ҡаҡ балыҡ. Иҙеп, йоҡа итеп йәйеп киптерелгән емеш-еләкте иһә ҡаҡ тип кенә атайҙар [1].

Ҡаҡ төрҙәре

үҙгәртергә

Башҡорттар ҡаҡты алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һ.б. емештәрҙән ҡоя (баҡса емештәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡырағай емеш-еләктән эшләгәндәр).

Ҡаҡ ҡойоу ысулдары

үҙгәртергә

Емеш-еләкте быҡтырып, һөҙөп, иләк аша үткәреп, майланған таҡтаға йоҡа ғына итеп йәйеп ҡуялар ҙа саф һауала киптерәләр (Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдан һөттә ҡайнаталар), бер нисә көн яҡшы елләтелгән урында йәки йылы мейестә киптерәләр (йәки ҡаҡлайҙар).

Шулай уҡ еләкте быҡтырмай иҙеп, ҡаҡ ҡойоу ҙа ҡулланыла.

Әҙер ҡаҡты төрәләр һәм сәй табынына ҡуялар. Ҡаҡ шулай уҡ тәм биреү өсөн сәйгә һалалар, туй сәк-сәген биҙәйҙәр. Ураҙа ваҡытында ҡайһы ваҡыт ҡаҡ менән ауыҙ асалар.

  Викидәреслектә

Ҡаҡ тураһында мәҡәлә бар

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 615-се бит