Ҡаҙаҡ солтанлығы

(Ҡаҙаҡ солтанаты битенән йүнәлтелде)

Ҡаҙаҡ солтанаты (солтанлығы) (рус. Казахский султанат) — Кавказ аръяғында 1747—1801 йылдарҙа булып алған дәүләт ҡоролошо.

Ҡаҙаҡ солтанлығы
әзерб. Qazax sultanlığı
Нигеҙләү датаһы 1747
Административ үҙәк Ҡаҙаҡ
Идара итеү формаһы абсолют монархия
Ҡулланылған тел Әзербайжан теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1801
Рәсми дине Ислам һәм Христианлыҡ
 Ҡаҙаҡ солтанлығы Викимилектә

Кескәй генә ҡаҙаҡ, икенсе төрлө «ҡаҙаҡлы» йәки «ҡаҙаҡтар» тигән ҡәбилә XVI быуаттан уҡ телгә алына; өлкәһе хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Акстафа йылғаһы ағымы ыңғайына урынлашҡан булған. XVI быуаттың 80-се йылдарында ҡыҙылбаштар армияһы төрөк ғәскәренән сигенеп барған сағында ҡаҙаҡлы ҡәбиләһе[1] ҡажар, ҡараманлы, байяттар кеүек үҙ ерен ташлап Иранға китмәгән.

Ҡәбилә башлығы Назар хан ҡаҙаҡлы, Төркиә хакимлығын танып, өлкәһен һаҡлап ҡала. Назар хан уны икенсе мәртәбә сюзеренын алмаштырып, Сәфәүиҙәр (Ҡыҙылбаштар державаһы) хакимиәтенә күскәндән һуң да тота. Уның вариҫы Шәмсетдин-хан ҡаҙаҡлы хатта 1605 йылда Ғәббәс I Шаһтан хан титулы һәм Ширванда өлкә, шуға өҫтәп мираҫ булып күскән өлкәне лә ала; 1628 йылда ул иҫән-һау була әле.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында солтан титулын йөрөткән ҡаҙаҡ хакимдары Картли һәм Кахетия батшаһы Ираклий Икенсегә вассал бәйлелеккә эләгә (1744—1798).

Ҡаҙаҡ солтанлығы барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ солтанлығы хәҙерге Ҡаҙаҡ һәм Акстафа райондары территорияларының бер өлөшөн үҙ эсенә алған булған. XVIII быуаттың 50-се йылдарында солтанлыҡ Картли-Кахетия батшалығына вассал бойондороҡлоҡта була. Ҡаҙаҡ солтанлығы Картли-Кахетия батшалығы менән бергә Александр I манифесы буйынса 1801 йылдың 12 сентябрендә ғәмәлдән сығарыла[2][3]

Хакимдары

үҙгәртергә
  1. Панах-аға Салахлы
  2. Али-аға Салахлы
  3. Мостафа-аға Шыхлы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тарих-и алем ара лит., стр. 695
  2. Полное собрание законов Российской империи, собрание 1-е, т. XXVI, ст. 20007
  3. Хаджи Мурат Ибрагимбеили. Россия и Азербайджан в первой трети XIX века. АН СССР, Москва, 1969. Дата обращения: 22 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә