Викидатала элемент юҡ

Ҡауи (Ҡәүи) — башҡорттарҙа һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡауи исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм көслө, ҡеүәтле тигәнде аңлата[1].


Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Кәримов Ҡәүи Кәрим улы 1947 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостан АССР-ының Тәтешле районы Яңғыҙнарат ауылында тыуған. Тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990), Башҡортостан Республикаһының белем биреү отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Ҡәүи Нәжми, ысын исеме Ҡәүи Һибәт улы Нәжметдинов (15 декабрь 1901 йыл24 март 1957 йыл) — татар яҙыуһысы һәм йәмәғәт эшмәкәре, СССР яҙыусылар берлеге ағзаһы. Сталин премияһы лауреаты (1951). РКП(б) ағзаһы (1919).

Ғабдуллин Вил Ҡәүи улы (25 май 1961 йыл) — спортсмен. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастере (2003). Башҡортостадың иң яҡшы спортсыһы (1996). Кикбоксинг һәм яу оҫталығы буйынса 30 тапҡыр донъя чемпионы.

Таһиров Ҡәйүм Ҡәүи улы (10 сентябрь 1957 йыл) — уҡытыусы, ғалим. Педогогия фәндәре кандиданты. Сығышы менән Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылынан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ