ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 592
рус.англ.фр.

Боробудур (индон. BorobudurBorobudur) — махаян буддизм традицияларындағы ғибәҙәтхана комлексы (чанди) менән бәйләнгән Будда баҫҡыстары. Боробудур Индонезияла Ява утрауы Үҙәк Ява провинцияһында Джокьякарта ҡалаһының төньяҡ-көнбайышында, 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Боробудурҙы Матарам дәүләте Сайлендра династияһы хакимдары 750-580 йылдарҙа төҙөгән. Исеме санскирттан “Вихара Будда Ур” килер сыҡҡан, “тауҙағы Будда ғибәҙәтхәнаһы” тип тәржемә ителә. Борободур һәм Прамбанан — Индонезияла күмәк туризм урындары. 

Боробудур — дөйөм күренеш


Структура

үҙгәртергә

Дөйөм күҙәтеү

үҙгәртергә
 
Өҫкө ярус баҫҡыстары

Боробудур мандала формаһында ҙур баҫҡыс һымаҡ күтәрелгән. Баҫҡыстарҙың фундаменты – 118 метр яҡлы квадрат. Баҫҡыстар һигеҙ ҡатлы: аҫтағы бишәүһе – квадрат һәм өҫтәге өсәүһе – түңәрәк. Мандала формаһы буддизмда йыһанды күҙҙаллау схемаһын күрһәтә ( Абхидхарма ҡар.) Өҫкө ҡатламда үҙәк ҙур баҫҡыс тирәләй 72 бәләкәй баҫҡыстар урынлашҡан. Һәр баҫҡыс ҡыңғырау формаһында. Баҫҡыстар эсендә Будданың 504 статуяһы һәм 1460 дини сюжетлы барельеф бар. 

Әле лә Боробудур ғибәҙәт һәм доға ҡылыу урыны булып тора. Ғибәҙәт ҡылыусылар һәр ҡатламда сәғәт йөрөшө буйынса ете тапҡыр үтәләр. Ышыныуҙарға ярашлы , һәр баҫҡыста Буддаға ҡағылыу, бәхет алып килә, тип һанала.

Конструкцияһы

үҙгәртергә

Ҡоролманың бөтә күләме 55 000 м³ самаһы. Баҫҡыстар 2 000 000 таш блоктарҙан ҡоролған. Әлегә тиклем ғалимдар был ғибәҙәтхананың төҙөлөү ваҡытын һәм датаһын аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Был ғибәҙәтхана VII—IX быуаттарҙа төҙөлгән тип фаразлайҙар.[1]

Выбор места

үҙгәртергә

1940 йылда голланд рәссамы Нивенкамп, Борободур Будданы лотос сәскәһендә ултырған формала эшләнгән, шул сәбәпле комплекс күлдә урынлашырға тейеш, тип фаразлай. 1949 йылда геологтар тапҡан ултырмалар – күлдең төбө булған , тип инерпретациялана. Күл элек булған йәки 1009 йылда Мерапи вулканы атылғандан һуң барлыҡҡа килгән, тигән гипотеза сығарыла. Тик күл баҫҡыс төҙөү өсөн киптелелгәнме йәки был тәбиғәт катастрофаһы булғанмы, шуныһы аңлашылмай.

 
Баҫҡыстан Мерапи вулканына күренеш 

Артабанғы тикшеренеүҙәр күлдең XII— XIV быуаттарҙа булыуын күрһәтә, был иһә, ғибәҙәтхананың лотосты символалағанын дәлилләй. [2].

Интерпретацияһы

үҙгәртергә

Тикшеренеүселәр фекеренсә, ҡоролмаларҙы ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн ҙур китап итеп ҡарарға мөмкин. Һәр ярусты йола буйынса урап үткән һайын ғибәҙәт ҡылыусылар Будданың тормошо һәм уның тәғлимәт элементтары менән таныша. 

Һәр итеү буйынса саралар тормош ритуал һәм будда тәғлимәте менән таныштырыу, уның ҡылған ярус элементтары менән урап. [3].

Камадхату

үҙгәртергә

Ҡоролмаларҙың тотороҡлоғо өсән, һуңғараҡ Камадхату  кимәле  ябыла. Будда Кармавибхангга ҡулъяҙмаларына ярашлы, беренсе кимәлдә 160 рельеф панелы урынлашҡан булы. Улар  теләк йәки хистәр донъяһын,  карма ҡанундарына ярашлы хислелекте үҫтереү һәм күрһәтеү юлдарын    һүрәтләй. Тәүге 117 панеле - бер үк һөҙөмтәгә алып килеүсе төрлө эштәрҙе күрһәтә, ә ҡалған 43 панеле -бер үк эффекттың  төрлө һөҙөмтәгә алып килеүен күрһәтә. Комплекстың бер нисә панеле көньяҡ-көнсығыш  мөйөшөндә ҡалған.

Рупадхату

үҙгәртергә

Рупадхату кимәлендә рельефтар Лалитавистара, Джатака-Авадана и Гандавьюханың классик әҫәрҙәрен иллюстрациялай.

  • Лалитавистара нигеҙендә 120 панель Будда Гаутаманың тормош тарихын һөйләй.
  • Ҡайһы бер панелдәр классик хикәйәттәрҙән фольклор формаһында Будданың элекке тормоштарының тарихтарын һөйләй. Был ваҡытта Будда хоҙай, батша, ябай кеше, хатта хайуан - арыҫлан, болан, маймыл, аҡҡош, гөбөргәйел рәүешендә һүрәтләнә. Будданың һәр бер яңы тыуыуында уның киң күллелеге һәм  шәфҡәтлеге күрһәтелә. Был тарихтар популяр формала буддизм принциптарын һөйләй.
  • Ҡайһы бер панелдәр, фәһем эҙләп сәйәхәт ҡылыусы Судхан тураһында һөйләй.

Арупадхату

үҙгәртергә

Арупадхату ( сфераһыҙ фомаға) тура килгән юғары кимәл, өҫтә өс түңәрәк терраса рәүешендә күрһәтелгән.  Бында рельеф та йәки плата ла юҡ, төҙөлөш ваҡытында баҫҡыс эсендә йәки  уйымда натураль ҙурлығында Будданың статуялары урынлаштырыла. Уларҙың бик күптәре һаҡланмаған йәки емерелгән.

Беҙҙең заманда тарих һәм асыштар

үҙгәртергә

Борободур йөҙ йылдар буйы вулкан көлө һәм джунглиҙар менән ҡапланған ята[4]. Ни өсөн был уникаль монументтың онотолоп ҡалдырылыуы әлегә асыҡ түгел.  XX быуат уртаһында, халыҡ Мерапи вулкан атылыуы алып килгән  бәхетһеҙлектән һуң  үҙе йәшәгән ерҙәрен ташлап китергә һәм  башҡа урын эҙләргә мәжбүр була, тип фаразлайҙар. Әммә күп кенә ғалимдар фекеренсә, 1006 йылда вулкан атыла , ә ява цивилизацияһының үҙәге 928 йылда уҡ Брантас үҙәненә күсә. Шулай булғас, халыҡтың  ни өсөн Боробудурҙы ҡалдырып китеүҙәре йомаҡ булып ҡала.

 
Боробудур, асыҡ баҫҡыс

XVIII быуатта  өҫкө терраса өлөшләтә генә  күренә. Голландия колонияһы  экспедицияһы башҡа монументтар  таба, әммә Боробудура тураһында телгә алынмай. Тик 1814 йылда губернатор-лейтенант Стэмфорд Раффлз инглиз-голланд һуғышында утрауҙы окупациялағанда, момумент таба. Ул Семарангҡа килгәс, уға бик күп һырланған таштарҙан торған ҡалҡыулыҡ табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Голланд Корнелиус экспедиция ойоштора, ул 200 кешенән отряд йыйып, ай ярым от монументты таҙарта. 1817 һәм 1822 йылдарҙа  башҡалар уның эшен дауам итә. 1835 йылдан  монументтың  үрге өлөшөндә таҙартыла һәм бөтә комплексты яҡшы күрергә мөмкин була. Рәссам Вильзен  18491853 йылдарҙа рельефтарҙы һүрәткә төшөрөү буйынса эш үткәрә. Уның эштәре Лейдендағы Антик Музейға эләгә.  1873 йылда  комплекс фотоға төшөрөлә. Ул ваҡытта комплекс  төҙөлөшө асыҡ күренмәй, һәм  1882 йылда мәҙәниәт  инспекторы ҡомартҡыны бөтөнләй  һүтеп музейҙа урынлаштырырға тәҡдим итә.

Шул уҡ ваҡытта сувенир һатыусылар  рельефтарҙы, скульптураларҙы, орнаменттарҙы бик күпләп урлай.  1886 йылда Сиам батшаһы, губернаторға килгән ваҡытында һигеҙ егем үгеҙгә тултырылған статуялар, орнамент элеметттары һәм берҙән-бер һаҡланып ҡалған ғибәҙәтхана һаҡсыһын алып китә.

Реставрация

үҙгәртергә

19071911 йылдарҙа Теодор ван Эрп беренсе тапҡыр капитал реставрациялау үткәрә. 1900 йылдан йәш офицер Магелландағы Боробудур Комиссияһына инә. Реставрация ҙур уңышҡа өлгәшә һәм комплекс тантаналы мөһабәт күренеш ала.

Бюджетттың сикләнгән булыу сәбәпле, тәүҙә  дренажды яҡшыртыу һәм дөйөм ҡоролманы тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла. Оҙайлы реставрация эштәре өсөн күп өҫтәтәмә эштәр талап ителә. Бынан тыш, Боробудур ҡалҡыулыҡта төҙөлгән, шуға һәйкәлдең тупрағы йыуҙырлыуҙан, уйылыуҙан, коррозиянан һәм джунгли үҫемлектәре зыянынан һаҡлау эштәре үткәреү кәрәк була.

Был мәсьәләне хәл итеүҙә берҙән-бер ҡарар булып, ҡоролманы бөтөнләй һүтеп,  ҡалҡыулыҡты нығытыу, һәм тулы раставрация үткәреү. Был ҙур эш  19731984 йылдарҙа  ЮНЕСКО  эгодоһы аҫтында башҡарыла. Реставрация проектын эшләүҙә индонезия археологы Бохари М ҡатнаша. Хәҙер Борободур комплексы Бөтә донъя мираҫ объекттары иҫәбенә инә.

Һуңғы ваҡиғалар

үҙгәртергә

1985 йылдың 21 сенябрендә ғибәҙәтхана мосолман экстремистарының бомба шартлатыуынан еңелсә зыян күрә.

Күмәк туризмдың үҫеше ҡаршылыҡтар һәм ғауға тыуҙырыуға алып килә. Парк хужалары  тәнҡитләүҙәргә дусар була.

2006 йылдың 27 майында  Үҙәк Яваның көняғында үткән ер тетрәүе Джокьякарта ҡалаһы тирә - яғында ауыр емерелеклектәргә алып килә. Ләкин Боробудур комплексы, эпиүҙәктән алыҫыраҡ булғанлыҡтан, әллә ни зыян күрмәй[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Borobudur, salah satu keajaiban dunia; by Drs. Soediman; Yogyakarta, July 1980
  2. Murwanto, H. et al. «Borobudur monument (Java, Indonesia) stood by a natural lake: chronostratigraphic evidence and historical implications.» The Holocene. 14.3 (2004) pp 459—463.
  3. Tartakov, Gary Michael. Lecture notes for Asian Art and Architecture: Art & Design 382/582. Iowa State University. Draws heavily from Sherman Lee’s History of Far Eastern Art, 5th d.[1] accessed 21 May 2006
  4. Погадаев, Виктор. Восьмое чудо света. — Страны. Народы. Цивилизации : Энциклопедия для детей .- Т. 13 / Главный редактор М. Д. Аксёнова .- М. : Аванта+, 1999, с. 407
  5. An ancient wonder reduced to rubble — World — smh.com.au

Һылтанмалар

үҙгәртергә

[[Категория:Алфавит буйынса Бөтә донъя мираҫы]]