Ҡатай (күл, Силәбе өлкәһе)
Ҡатай - рус. Катай - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.
Ҡатай | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй[1] һәм Силәбе өлкәһе |
Урын | Сосновка районы |
Этимологияһы
үҙгәртергәШувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Катай, озеро; от названия древнего племени Катай, также башкирское мужское имя[2][3].
Силәбе өлкәһендә, ысынлап та, Ҡатай ырыуы ерҙәре күп булған һәм улар топонимдарҙа ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, Ҡытау-Ивановск ҡалаһының атамаһы ла "Ҡатай" тигәндән шулай үҙгәреп инеп киткән: Катав - здесь, что легко доказать по летописям, некогда обитало башкирское племя — род: Катай, тигән Н.И. Шувалов [4]
Географияһы
үҙгәртергәҠатай күле Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районында, Мейәс ҡасабаһынан 9 км көньяҡ-көнсығыштараҡ, Ҡурған өлкәһе сигендә урынлашҡан.
Төньяҡ-көнсығыштағы бәләкәй генә өлөшө Ҡурған өлкәһенә инеп ҡала. урынлашҡан. Ҡасандыр был урында Арал-Күлмәк тигән ҙур һыу ятҡылығы булған, шуның урынында Ҡатай күле барлыҡҡа килгән, тип һанала.
Көньяҡ-көнбайышта һәм ауыл Сәләмәт күле һәм Әнфәл ауылы урынлашҡан [5].
Географик координаттары- 55°15'00"N 62°02'33"E [6]
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Һыу көҙгөһө майҙаны - 4,4 км² (БС буйынса абс. кимәле 176 м булғанда). Бындай күрһәткес һыу ятҡылығының Көнбайыш Себер уйһыулығына ҡарауын аңлата.
- Һыуйыйғыс майҙаны - 13,5 км²,
- Максималь тәрәнлеге 2,3 м, уртаса — 1,7 м.
- Һыу массаһы күләме 7,48 млн м³.
- Күлдән аҡҡан һыу сығанаҡтары юҡ.
- Һыу менән туйыныуы - яуым-төшөмдән. Шуға күрә һыу кимәле үҙгәреүсән.
- Күлдең һыуы тоҙло, минераллылығы - 24 г/л-дан күберәк, ион нисбәте буйынса — хлоридлы-сульфатлы-натрийлы тип. Күл һыуында минераллашыу артыуы тупраҡтың тоҙлолоғо менән бәйле, бында өсөнсөл диңгеҙ ултырмалары бар. Ауыл хужалығы яландарынан төшкән биоген элементтар ҙа күп.
Күл соҡоро ер ултырыуҙан килеп сыҡҡан, суффоз сығышлы, күл сите һыҙатланышы оҙонса түңәрәк, киҫелешенән ҡарағанда - туҫтаҡ рәүешле. Яр һыҙаты тигеҙ тиерлек, көнбайыш өлөшөндә генә 3 ҙур булмаған ҡултығы бар. Көньяҡ-көнбайыш ярҙары һаҙлыҡлы [7].
Төбөнән алынған батҡаҡ дауаланыу өсөн файҙаланыла [8]
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәЯр буйҙарын ҡамыш һәм күрән баҫҡан. Урынлашҡан урыны тигеҙлек, урман-дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Төньяҡ-көнбайыш яғынан ҡайын сауҡалыҡтары уратҡан.[7].
Һыу ситтәрендә ҡыяҡлылар һәм тоҙло һыуҙа үрсей торған тарыһымаҡтар үҫә, юғары үҫемлектәр юҡ. Ҡыҙыл ылымыҡтар бик күп күләмдә баҫып алған[6]
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Разгадавший язык земли - "Южноуральская панорама", 2009, 29 января
- ↑ Озеро Катай 2022 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Озеро Катай
- ↑ 7,0 7,1 Озеро Катай
- ↑ Озёра Челябинской области / Озеро Катай 2022 йыл 26 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7