Ҡасымджанов Рөстәм Машруҡ улы

Ҡасымджанов Рөстәм Машруҡ улы[12] (5 декабрь 1979 йыл) — үзбәк шахматсыһы, гроссмейстер, ФИДЕ версияһы буйынса донъя чемпионы (2004 йыл). Даими йәшәү урыны — Германия.

Ҡасымджанов Рөстәм Машруҡ улы
үзб. Rustam Qosimjonov
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Үзбәкстан
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Үзбәкстан[1]
Тыуған көнө 5 декабрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР[2]
Һөнәр төрө шахматсы, автор нехудожественной литературы
Шахматный титул халыҡ-ара мастер[d] һәм гроссмейстер[d][1]
Спорт төрө шахмат
Спорт рейтингы 48[3], 48[4], 48[5], 47[6], 49[7], 48[8] һәм 52[9]
Эло рейтингы 2360[10]
Ҡатнашыусы Летние Азиатские игры 2006[d], Летние Азиатские игры 2010[d], Шахматная олимпиада 1996[d][11], Шахматная олимпиада 1998[d][11], Шахматная олимпиада 2000[d][11], Шахматная олимпиада 2002[d][11], Шахматная олимпиада 2004[d][11], Шахматная олимпиада 2006[d][11], Шахматная олимпиада 2008[d][11], Шахматная олимпиада 2010[d][11], Шахматная олимпиада 2012[d][11], Шахматная олимпиада 2014[d][11], Шахматная олимпиада 2016[d] һәм Шахматная олимпиада 2018[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ҡасымджанов Рөстәм Машруҡ улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Рөстәм Ҡасымджанов (1999)
 
Үзбәкстан почта маркаһында Рөстәм Ҡасымджанов. 2001 йыл

Рөстәм Машруҡ улы Ҡасымджанов 1979 йылдың 5 декабрендә Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһында тыуа. Биш йәшендә шахмат уйнарға өйрәнә. 1994 йылда егеттәр араһында Азия чемпионы булы. 1997 йылдан — гроссмейстер. 1998 йылда ир-аттар араһында Азия чемпионатында тәүге еңеүен яулай.[13] 1999 йылда Ереванда үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында икенсе урын биләй. Эссен (2001 йыл) һәм Памплона (2002 йыл) турнирҙары еңеүсеһе.

2002 йылда Хәйҙәрабад ҡалаһындағы турнирҙа (Һиндостан) Касымджанов Вишванатан Анандтан ғына ҡалышып, икенсе урын ала.

 
Рөстәм Ҡасымджанов

Рөстәм Ҡасымджанов 2004 йылда ФИДЕ-ның нокаут-донъя чемпионатында сенсацион еңеү яулай. Турнир алдынан ул 2640 Эло рейтингына эйә була һәм ФИДЕ-ның рейтинг-исемлегендә 54-се урында тора. Нокаут-донъя чемпионаты Ливияның баш ҡалаһы Триполиҙа үткәрелә, шуға күрә унда Израиль шахматсылары һәм башҡа бик күп көслө гроссмейстерҙар ҡатнашмай. Чемпионат барышында Ҡасымджанов эҙмә-эҙлекле рәүештә Василий Иванчукты (+0-0=2, өҫтәмә партияларҙа 1,5:0,5), Золтан Алмашиҙы (+2-0=0), Александр Грищукты (+1-1=0, өҫтәмә партияларҙа 2:0) һәм Веселин Топаловты (+0-0=4, өҫтәмә партияларҙа 2:0). Финал матчында Касымджанов инглиз гроссмейстеры Майкл Адамсты 4,5:3,5 иҫәбе менән еңә. Төп уйындар алты партиянан тора һәм тигеҙ иҫәпкә тамалана— 3:3 (+2-2=2). Өҫтәмә тиҙ шахмат буйынса ике партияла (25 минут + һәр йәрәштән һуң 10 секунд) Ҡасымджанов беренсе партияла ҡаралар менән уйнай һәм еңә, икенсеһендә тигеҙ иҫәпкә уйнай.

 
Үзбәкстан почта маркаһында Рөстәм Касымджанов. 2005 йыл

Нокаут-донъя чемпионатында еңгәндән һуң Ҡасымджанов Һиндостандың Пуна ҡалаһындағы турнирҙа еңә.

2005 йылда, Испанияның Линарес ҡалаһындағы абруйлы турнирҙа Ҡасымджанов 10 мөмкинлектән 4 мәрәй генә йыйып, 6-7-се урындарҙы бүлешә.

2005 йыл башында шахмат донъяһын берләштерергә тырышыу процесында Гарри Каспаровҡа ҡаршы матч планлаштырыла, әммә уйын үтмәй.

2005 йылда донъя чемпионы титулын Веселин Топаловҡа тапшыра.

Ҡасымджанов немец Бундеслигаһында Бад Годесберг ҡалаһының шахмат клубы өсөн уйнай.

2000 йылда «Узбекистон ифтихори» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

2004 йылдың 14 июлендә Үзбәкстан президенты Ислам Кәримовтың Указына ярашлы, Рөстәм Ҡасымджанов Темур Әмир ордены менән бүләкләнә.

Уйын стиле

үҙгәртергә

Турнирҙа уйын һөҙөмтәләре тотороҡло булмаһа ла, күп шахматсыларҙың екеренсә, уның уйыны тотороҡло. Шуға күрә тигеҙ иҫәпкә тамамланған партиялары бик күп. Ул дебютты ниндәйҙер үҙенсәлек уйлап табыоға тырышмай, хатта бер нисә тапҡыр рәтәтн еңелһә лә. Бик һирәк яъылыша, уйынды яҡшы уҡый белә, әмәм бик йыш еңеү өсөн был ғына етмәй. Магнут Карлсен фекеренсә, Рөстәм — ҡаршы уйнау бик ҡатмарлы булған шахматсыларҙың береһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Kasimdzhanov, Rustam // FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #132304449 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Standard Top 100 Players May 2024 — 2024.
  4. (unspecified title)
  5. (unspecified title)
  6. (unspecified title)
  7. (unspecified title)
  8. (unspecified title)
  9. (unspecified title)
  10. Bartelski W. List of players on FIDE lists 1967-2001 — 2019.
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 OlimpBase (ингл.)
  12. Также правильно написание — Касымжанов
  13. Asian Chess Championship (ингл.). Sports Bharti. Дата обращения: 28 июнь 2016. 2016 йыл 15 август архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә