Ҡара бөрлөгән
Ҡара бөрлөгән
Ҡара бөрлөгән емештәре
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Рауза сәскәлеләр
Ғаилә: Раузалар
Суб-ғаилә: Rosoideae
Ырыу: Рубус
Суб-төркөм: Eubatus[1]
Латинса исеме
Eubatus

Ҡара бөрлөгән, тал бөрлөгәне — Rubus ырыуы Раузалар ғаиләһендәге бер нисә үҫемлек төрө.Башҡортостанда ҡара бөрлөгән һәм тал бөрлөгәне тип тә йөрөтәләр.

Биологик яҙма

үҙгәртергә

Өлгөрөү осоронда бөрлөгән емештәре башта йәшел, йәшел-ҡыҙыл, ә һуңынан ҡыҙыл-ҡара төҫтә булалар. Өлгөргән бөрлөгән емештәре ҡара төҫтә була. Ике төрҙә сәнескеләр менән ҡапланған һабаҡ һәм үрентеләрҙән тораған ярымҡыуаҡ булып тора; һабаҡ үҫентеләрә өҫкә үрләүсән йәки ергә ятып үҫә; Rubus caesius төрөнөң япраҡтары өсәүле, ҡайһы саҡта бишәүле; Rubus fruticosus төрө биш һәм ете япраҡлы. Rubus caesius күҡһел ҡуныҡ (налёт) менән ҡапланған; Rubus fruticosus төрөнөң ҡуныҡ ҡатламы юҡ. Емештәренең һуты ҡара-ҡыҙыл; тәле әскелт, бер аҙ сайырлы. Емештәренән ҡайнатма яһарға мөмкин. Европанан Скандинавияға тиклем, Архангельск өлкәһенең көнбайыш өлөшөнөндә керетеп, уртаса климатлы һәм йылы илдәрҙә ике төрҙә киң таралған. Кавказда, бигерәктә Rubus fruticosus төрө башҡа ҡыуҡтар менән үтеп сыҡмаҫлыҡ әрәмәлек булып үҫә.

Культивациялау

үҙгәртергә

Европала ҡара бөрлөгәндең емешселектә әһәмиәте юҡ, әммә Америкала үны баҙар өсөн үҫтерәләр. Америка сорттары: тәпәш буйлы — «Crystal white» (еләктере аҡ), «Golden Cap» (еләктәре һарғылт-ҡара), «Seneca black» һәм «Garden black» (ҡара еләкле); «Philadelphia», «Kirtland», «Arnolds hybride» кеүек башҡа сорттар ҡурай еләге менән ҡатнаш сорт булып тора, иң яҡшы «Lawton» («New Rochelle») сортын Рәсәйҙең көньяғында үҫтерегә тәҡдим итергә була. Ҡурай еләген тәрән балсыҡлы-избесле, серетмә менән бай булмаған тупраҡта ҡояшлы ерҙә орлоҡтарынан, һабаҡсанан, тамыр үҫентелеренән үрсетәләр; һирәкләү һәм һабаҡтарын киҫеү, ваҡытында күтәреп бәләү — тәрбиәләү саралары.

Тарихта һәм мәҙәниәттә ҡара бөрлөгән

үҙгәртергә
 
СССР почта маркаһы
  • 1964 йылда СССР-ҙа ЦФА № 3135 һанлы ҡара бөрлөгән төшөрөлгән почта маркаһы сығарыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. По данным БСЭ.

  Викидәреслектә

Һылтанмалар

үҙгәртергә