Ҡарамалы (Аҙнаҡай районы)

Ҡарамалы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районындағы ауыл. Ҡарамалы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Ҡарамалы
татар. Карамалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҙнаҡай

Ауыл биләмәһе

Ҡарамалы ауыл биләмәһе

Координаталар

54°46′ с. ш. 53°11′ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Ҡарамалыйылға

Халҡы

528 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423301 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 028 320 01 

Код ОКТМО

92 602 432 101

Номер в ГКГН

0188500

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарамалы (Рәсәй)
Ҡарамалы
Ҡарамалы
Ҡарамалы (Аҙнаҡай районы) (Татарстан)
Ҡарамалы

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында (Сарсаз бассейны), Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ҡарамалы (Ҡарамалыйылға) — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуат башында Әсей ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Юрмый улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ (аҙаҡ Сумараҡ) улусы составына керә.

1889 йылда мәсет, 2 һыу тирмәне; ХХ быуат башында 2 бакалея кибете, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[2][1].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны, 1930 йылдан —Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — Аҙнаҡай районы составына керә[1].

1816 йылда ир енесле 67 йән башҡорт; 1834 йылда — 222 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859188918971908192019261938194919581970197919892002
32181010451084139413171127844807743543485528

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 564. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.