Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы

(Ҡамса Мортазин битенән йүнәлтелде)

Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы (1 июнь 1966 йыл) — ғалим, журналист, яҙыусы һәм шағир, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Ҡамса Мортазин
Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы
Тыуған көнө

1 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Мулдаш ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

әҙәбиәт белеме

Эшләгән урыны

Силәбе дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазин 1966 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Мулдаш ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһындағы УралАЗ автомобиль заводында эшсе булып башлай. 1989 — 92 йылдарҙа ошо өлкәнең Арғаяш районы Ҡуйсар мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Артабан 1995 йылғаса тыуған ауылында башланғыс мәктәп мөдире вазифаһын башҡара.

1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1995 йылдан Силәбе дәүләт университетында: дөйөм һәм төрки филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы, доцент. 2005 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ҡамса Мортазин 30-ҙан артыҡ хеҙмәт авторы. Ул шулай уҡ «Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы» исемле китаптың автор-төҙөүсеһе.

Әҙәби ижады

үҙгәртергә
  • Һаумы, Ҡояшҡай!: Хикәйәләр. Өфө: Китап, 2006.
  • Мейәс үҙәндәре: Шиғырҙар. Силәбе, 2009.
  • Изгелек донъяны ҡотҡарыр: Публицистика. Силәбе, 2013.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 2007 йылдан Силәбе өлкәһенең «Аҡмулла» әҙәби берләшмәһенең яуаплы секретары, 2002 йылдан — етәксеһе.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы

Әңгәмәләре

үҙгәртергә
  • Хабиров М. Камса Муртазин: «Для нас Год литературы особенный...». «Вечерний Челябинск» гәзите, 2015, 22 июль[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Вечерний Челябинск» гәзите, 2015, 22 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә