Ҡалас (ҡала)
Ҡалас — ҡала (1945[3]), Рәсәй федерацияһының Воронеж өлкәһе Ҡалас районы һәм Ҡалас ҡала биләмәһенең административ үҙәге.
Ҡалас | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1716 |
---|---|
Этнохороним | калачеевцы һәм калачеевец |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Городское поселение город Калач[d][1] һәм Калачеевский район[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение город Калач[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Толучеевка[d] һәм Подгорная[d] |
Халыҡ һаны | 17 624 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 90 метр |
Майҙан | 20 км² |
Почта индексы | 397600 |
Рәсми сайт | gorod363.ru |
Урындағы телефон коды | 47363 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Калаче[d] |
Ҡалас Викимилектә |
Халыҡ — 18 834 кеше (2018 йыл).
Географияһы
үҙгәртергәҠала янында Толучеевка һәм Подгорная (бассейн Дон) йылғалары ҡушылған урында, Воронеждан 240 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ҡала биләмәләһенә Ҡалас ҡалаһы, Гаранькин, Гринев, Залесный, Крутой, Николенков, Рыбкин, Сереженков утарҙары инә.
Тарих
үҙгәртергәАрхеологик ҡаҙыуҙар күрһәтеүенсә, районда б. э.тиклем икенсе мең йыллыҡта хәҙерге территорияһында йәшәүсе халыҡтар игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән, улар дала буйлап күсеп йөрөгән халыҡ булған. 1571 йылда был территорияла даими йәмәғәт ҡарауыл хеҙмәте ойошторола.
XVIII быуат башында даими ултыраҡтар барлыҡҡа килә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (18 апреля 2017)">722 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>]. Украин күскенселәре һәм Острогожский полкы казактары уларға нигеҙ һалған. Губерна канцелярияһы 1715 йылда Воронеж янында — Ҡалас биҫтәһен.төҙөү тураһында бойороҡ бирә. Сауҙа слобода әһәмиәте арта, тимер юлдар 1896 йылда төҙөлә башлаған.
ГГраждандар һуғышында край яуһыҙ алыш плацдармы була.
1928 йылдың 30 июлендә Ҡалас Калачеевский районының үҙәгенә әйләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы барышында ла Калачеевский районы һуғыш яланы була. 15 меңдән ашыу ир-ат төрлө фронттарҙа һуғыша, шуларҙың 9 меңдән ашыу яугир һуғышта һәләк булған. Ҡалас ҡалаһының 17 кешеһенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1945 йылдың 10 ғинуарынан РСФСР Юғары Советы Президиумы указы Ҡалас районға буйһонған ҡала итеп үҙгәртелә.
Тыныс ваҡытта ҡаланың 5 кешеһенә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.Һуңғы йылдарҙа районда хужалыҡ нығый бара, ауыл хужалығы культураларының уңыш арта, һарыҡ малы күбәйә, колхоз техник яҡтан яҡшы йыһазландырыла. 1960 йылда бында өлкәнең иң эре элеваторы барлыҡҡа килә. 1970—1980 йылдарҙа Ҡалас янында ҙур предприятиелар сафҡа индерелә: шәкәр һәм сыр яһау заводы, ит комбинаты, электр селтәрҙәре, трансгаз.
Бөгөн Ҡалас — хәҙерге үҫешкән социаль инфраструктуралы ҡала, унда бик күп белем биреү, медицина һәм мәҙәни учреждениелар бар. Район территорияһында йөҙҙән ашыу тарихи, архитектура һәйкәлдәре бар.
Климат
үҙгәртергәҠала климаты уртаса континенталь, ҡыш сағыштырмаса һалҡын һәм эҫе, ҡоро йәй.
Климат Ҡалас (1981—2010 йылдарҙа нормалары) | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Уртаса температура, °C | -6,1 | -6,5 | -1 | 8,4 | 15,1 | 19,3 | 21,2 | 19,9 | 13,7 | 7,2 | -0,2 | -4,9 | 7,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 42 | 33 | 29 | 24 | 37 | 57 | 57 | 35 | 50 | 40 | 43 | 42 | 489 |
Сығанағы: ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД" 2017 йыл 31 июль архивланған. |
Мәҙәниәт
үҙгәртергәМузейҙар
үҙгәртергә- Ҡалас район тыуған яҡты өйрәнеү музейы [1]
Кинотеатрҙар
үҙгәртергә- "Юбилей" иинотеатры
Мәҙәниәт йорто
үҙгәртергә- "Юбилей" район мәҙәниәт йорто
- Заброденский мәҙәниәт йорто
- В. И. Чапаев исемендәге мәҙәниәт йорто
Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы
үҙгәртергә- И. Ленин һәйкәле
- Жак Якобин һәйкәле
- В. Ф. Маргелов һәйкәле
- Е. А. Родионов һәйкәле
- Аҡбур мәмерйә
- Успение сиркәү ҡорам комплексы (XVIII—XX быуат. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Успенская сиркәүе (1750 йыл. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Лисицын йорто (Ҡалас, 9 ғинуар урамы, 3; xx быуат башында. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Башланғыс мәктәп бинаһы (Ҡалас, Ленин майҙаны, 10; XIX быуат. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Торлаҡ йорт (Ҡалас, Ҡыҙыл Армия урамы, 3; XIX быуат. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Торлаҡ йорт (Ҡалас, Ленин майҙаны, 6; 1900 йыл. Архитектура ҡомартҡыһы)
Белем
үҙгәртергәҠалас ҡалаһының белем биреү учреждениелары:
Ҡалас балалар баҡсаһы № 4 [2] 2019 йыл 15 апрель архивланған.
Ҡалас балалар баҡсаһы № 5 [3]
Ҡалас балалар баҡсаһы № 6 [4] 2019 йыл 10 апрель архивланған.
Ҡалас балалар баҡсаһы № 7 [5] 2019 йыл 25 апрель архивланған.
Ҡалас гимназияһы № 1 [6]
Ҡалас урта мәктәбе № 1 [7] 2019 йыл 23 февраль архивланған.
Ҡалас урта мәктәбе№ 6 [8]
Ҡалас балалар сәнғәт мәктәбендә [9]
Ҡалас аграр техникумы [10]
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Краснощеков Павел Сергеевич (1935-2016) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһының академигы (1992).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Воронежская энциклопедия: В 2 т. / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж: Центр духовного возрождения Чернозёмного края, 2008. — Т.1: А—М. — 524 с., ил., карты. — ISBN 978-5-900270-99-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Виртуальный Калач — Сайт города Калач и Калачеевского района Воронежской области 2019 йыл 25 февраль архивланған.
- Официальный сайт Администрации городского поселения город Калач
- Сайт органов местного самоуправления Калачеевского муниципального района 2013 йыл 22 май архивланған.
- Историческая информация о городе Калач