Ҡайғырыусылар сиркәүе (Новочеркасск)

1893

Православие ғибәҙәтханаһы
"Всех Скорбящих Радость" Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтхана
Революцияға тиклемге сиркәү
Революцияға тиклемге сиркәү
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһыУрыҫ Православие Сиркәүе 
Архитектура стиле Эклектика
Проект авторы Александр Степанович Каминский
Төҙөлөшө 18911893 йылдар
Бөгөнгө хәле юҡҡа сыҡҡан

Хоҙай Әсәһенең "Всех Скорбящих Радость"иконаһы хөрмәтенә сиркәү — Новочеркасск ҡалаһындағы Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Новочеркасск һәм Ростов епархияһындағы Старочеркасск-Ефремовский монастырының монастырь сиркәүе.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Красный спуск урамы, 4.

1870-се йылдарҙа Новочеркасскиҙең Крещенский ауышлығында Старочеркасский Ефремовский монастырының өлкән руханийы игуменья Иннокентия (Петрова) Старочеркасский Ефремовский ҡатын-ҡыҙҙар монастырында Дон йылғаһы яҙ ташҡан саҡта суфый ҡатын-ҡыҙҙар йәшәһен өсөн ҡоролмалар төҙөткән. Һуңыраҡ, ҡалала император Александр III ғаиләһенең тимер юл һәләкәтендә иҫән ҡалғандары хөрмәтенә Новочеркасск ҡалаһының Крещенский ауышлығында, тимер юл вокзалы янында, бәләкәй сиркәү төҙөргә ҡарар иткәндәр.

1889 йылда сиркәүҙе төҙөргә рөхсәт алғандар, тик мәхәллә кешеләре бәләкәй сиркәү урынына ҙур ғибәҙәтхана төҙөргә булғандар. Архиепископ Макарий уны төҙөргә фатихаһын биргән. Сиркәү 1891 йылда Аксай епискобы Иоанн (Митропольский) тарафынан изгеләндерелгән.

Сиркәүҙең прпоектын мәскәү архитекторы А. С. Каминский төҙөгән. 1892 йылдың аҙағында сиркәү төҙөлөп бөткән. 1893 йылдың 12 декабрендә уны архиепископ Макарий (Миролюбов) изгеләндергән.

Ҡайғырыу ғибәҙәтханаһы игуменья Иннокентия тырышлығы менән төҙөтөлгән хужалыҡ ҡоролмалары арҡаһында аҡрынлап монастырға әйләнгән. XIX быуат аҙағында бында суфыйҙар һәм суфыйлыҡҡа әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн корпустар һалынған, өлкән рухани ҡатын өсөн йорт төҙөлгән.

Сиркәү 1950-се йылдарҙа һүтеп ташланған. Хәҙерге ваҡытта уның урынында ике ҡатлы торлаҡ йорт, шулай уҡ игуменья Иннокентияның тимер ҡойма менән уратылған һаҡланып ҡалған йорто тора.

Өлкән руханийҙары

үҙгәртергә
  • Александр Власов (1892 — 2 февраль 1896)
  • Григорий Грачев (2 февраль, 1896 — ?)
  • Захария Лобов (28 март, 1921 — 5 октябрь 1923)

Архитектураһы

үҙгәртергә

Йорт биш башы көмбәҙле, таштан һалынған, ул рус стилендә биш ҡырлы түңәрәктә торған миһраплы. Миһраптың ике яғында ризница (дини ритуалдар үтәгәндә кейә торған кейем-һалым бүлмәһе) һәм пономарка (Инжилды ҡысҡырып уҡыусы өсөн бүлмә). Сиркәүҙең оҙонлоғо яҡынса — 14 метр, миһрап (алтарь) өлөшө менән бергә — яҡынса 20 метр. Иконалар ҡуя торған урын Н. Г. Лебедевтың мәскәү оҫтаханаһында эшләнгән, иконаларҙы рәссам С. К. Швырев яҙған. Сиркәүҙең ҡыңғырауҙары Дондағы Ростов ҡалаһындағы С. Е. Василенко заводында ҡойоп эшләнгән. Йортто И. Г. Радомский ҡарап төҙөткән. Сиркәү янындағы Крещенский ауышлығы буйлап сиркәү формаһындағы ике яруслы Изге ҡапҡа төҙөтөлгән.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • А. Кириллов «Старочеркасский Ефремовский женский монастырь Донской епархии», Новочеркасск, 1897 г., с.160
  • Пасик Н. А. «Из усердия к славе Всевышнего»: Старочеркасские подвижники благочестия игумения Иннокентия (Петрова) и архимандрит Модест (Потапов). (Серия «Старочеркасск и его история». Вып. 2). -Ростов н/Д: Изд-во ЮФУ, 2015. −140 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә