Ҡайраҡлы (Ырымбур өлкәһе)
Ҡайраҡлы (рус. Кайракла) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Ҡайраҡлы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 169 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462224 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 22 километр алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
үҙгәртергәАуыл атамаһы Ҡайраҡлы йылғаһы исеменән алынған. 1872 йылда уға Һамар губернаһы күскенселәре тарафынан нигеҙ һалына (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1876 йылдың йәйендә). Революцияға тиклем ошо тирәлә йәшәгән башҡорттарҙан ерҙәрҙе ҡуртымға алғандар. 1901 йылда Ҡайраҡлы йылғаһы буйында ике утар — Ҡайраҡлы һәм Түбәнге Ҡайраҡлы теркәлгән. 1972 йылғы белешмәлә Үрге Ҡайраҡлы һәм Түбәнге Ҡайраҡлы бар. 1990 йылда йәшәүҙән туҡтаған Түбәнге Ҡайраҡлы Ҡайраҡлы ауылынан 2 км аҫтараҡ урынлашҡан булған. Унда йәшәгән һуңғы ғаилә — Григорий Иванович Матвеев ғаиләһе — шул йылда Ҡайраҡлыға күсеп ултырған[4].
Түбәнге Ҡайраҡлыны тәләкәләп Тухлянка тип тә атап йөрөгәндәр, сөнки Ҡайраҡлы ауылынан һыу унда бысранып барған[5].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ҡороюл ауыл Советы составына ингән.
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылға исем биргән Ҡайраҡлы йылғаһы — Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы. Гидроним ошо йылға буйында осрай торған юғары сифатлы ҡайраҡ яһау өсөн бик ҡулай таштары арҡаһында килеп сыҡҡан[6][7].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдан даими йәшәгән халыҡ һаны 253 кеше булған (урыҫтар 74 %), 2010 йылда — 169[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7]
- ↑ Кайракла 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С. М. Стрельников Географические названия Оренбургской области — Кувандык, 2002.
- С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7