Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы
Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы (16 июль 1960 йыл) — ғалим-хәрби табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)[1].
Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 16 июль 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Уръяҙы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҠайбышев Вадим Тимерйән улы 1960 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР‑ының Мишкә районы Уръяҙы ауылында тыуған[1]. 1984 йылда Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетын дауалау-профилактика эше һөнәре буйынса тамамлай[2]. Диплом алғандан һуң 1984—2009 йылдарҙа Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итә: ГДР‐ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк медицина пункты һәм медицина хеҙмәте начальнигы, 1989 йылдан алып Волга буйы хәрби округының санитария‐эпидемиология отряды начальнигы булып эшләй. Запастағы медицина хеҙмәте полковнигы[1].
1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, 1997 йылдан уҡыу буйынса кафедра начальнигы, 2010 йылдан һаулыҡ һаҡлауҙың мобилизацион әҙерләү һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире. «Стратегия и принципы управления психосоциальными факторами профессионального риска врачей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҠайбышев Вадим Тимерйән улының фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ауырыуҙарын, тормош сифатын, һаулыҡ торошон, хеҙмәттең психосоциаль факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Ул 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000);
«СССР-ҙың ҡораллы көстәренә 70 йыл» миҙалы;
1,2,3 дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Кайбышев Вадим Тимирзянович 2022 йыл 12 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кайбышев Вадим Тимирзянович 2022 йыл 12 май архивланған.