Ҡазан юғары артиллерия команда училищеһы

Ҡазан юғары артиллерия команда училищеһы— артиллерия частары өсөн офицер кадрҙарын әҙерләүсе юғары хәрби уҡыу йорто. 1940 йылдың 6 ноябрендә ойошторолған.

Ҡазан юғары артиллерия команда училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1940
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2011
 Ҡазан юғары артиллерия команда училищеһы Викимилектә

Йылда байрам ителә торған көн - 6 ноябрь.

Совет осоро

үҙгәртергә

1940 йылдың 6 ноябрендә СССР оборона халык комиссарының 0065 номерлы бойороғона ярашлы Силәбе ҡалаһында авиация механиктарының хәрби мәктәбе ойошторола. 1941 йылдың 1 ноябрендә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, м әктәпте тамамлаусы ете йөҙ етмеш өс белгес араһында беренсе тапҡыр авиация механиктары була.[1].

1943 йылда авиация механиктарының хәрби мәктәбе Силәбе хәрби авиация техник училищеһы тип үҙгәртелә. 1944 йылда хәрби авиация техник училищеһы Хәрби һауа көстәре (ВВС) составына тапшырыла. Һуғыш ваҡытында хәрби авиация техник училищеларына Ли-2, Ил-4, Пе-2 һәм Ер-2 тибындагы бомбардировщиктар өсөн дүрт мең биш йөҙ етмеш ике авиация офицеры әҙерләнә. Училищены тамамлаған бер капитан Б. Г. Россохин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.[1]

1947 йылдың 30 апрелендә хәрби авиация училищеһы Ҡазанға күсерелән һәм ошо уҡ йылдың 4 октябрендә алыҫ авиация Ҡазан хәрби-техник училищеһы тигән исем бирелә. 1940 йылдан 1959 йылға тиклем училищелә ун ике мең ете йөҙ ҡырыҡ ике авиация офицеры әҙерләнә. 1959 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы авиация-техник училище Хәрби-һауа көстәре составынан сығарылып, Ҡазан артиллерия техник училищеһы исемен алып, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре составына тапшырыла.[1]

1963 йылдан Ҡазан артиллерия техник училищеһы биш йыллыҡ уҡыу сроны менән юғары команда-инженер училищеһы типн квалификациялана. 1965 йылдан РВСН составынан юғары команда-инженер училищеһы Ракета ғәскәрҙәре составына һәм артиллерия составына тапшырыла һәм Ҡоро юл ғәскәрҙәре өсөн ракета часттары офицерҙарын әҙерләйи башлай. Ҡоро юл ғәскәрҙәренең ракета-артиллерия частары өсөн беренсе сығарылышы 1968 йылда була. 1976 йылдан училище сит ил хәрби хеҙмәткәрҙәрен әҙерләй башлай. 1980 йылдың 27 ноябрендә СССР Министрҙар Советы ҡарары менән Ҡазан юғары команда-инженер училищеһына артиллерия маршалы М. Н. Чистяков исеме бирелә.

1985 йылдың 5 ноябрендә ЧССР етәкселеге Ҡазан юғары команда-инженер училищеһына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырҙы.

Совет осоронан һуң тарих

үҙгәртергә

1994 йылда Ҡазан юғары команда-инженерлыҡ училищеһы юғары артиллерия команда-инженер училищеһы тип үҙгәртелә. 1996 йылдың 18 июнендә Ҡоро ер ғәскәрҙәре өсөн офицер-ракетчиктарҙың һуңғы сығарылышы була, училище эшләгән осорҙа алты мең офицер әҙерләнә.

1998 йылда училищела артиллерист офицерҙарының беренсе сығарылышы була һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1109-сы номерлы ҡарары менән Михайлов хәрби артиллерияһы Ҡазан филиалы нигеҙендә Ҡазан юғары артиллерия команда-инженер училищеһы яңынан ойошторыла.[1]

2004 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Михайлов хәрби артиллерия академияһынең Ҡазан филиалы базаһында артиллерия маршалы М. Н. Чистяков исемендәге Ҡазан юғары артиллерия команда училищеһы төҙөлә. 2011 йылда реформалар осорында училище тарҡатылған була. Училищены тамамлаусылар араһында ике Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы бар, егерме дүрт тамамлаусы генерал жәрәжәһен алды. Училище эшләгән ваҡытта осорҙп 25 мең офицер әҙерләнде.

Институт наградалары

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (ЧССР) [2])

Етәкселәре

үҙгәртергә

Төп сығанаҡ:[2]

  • генерал-майор авиации И. А. Тюмин (1941—1956)
  • генерал-майор И. П. Олексеенко (1956—1960)
  • генерал-майор В. И. Андрюков (1960—1963)
  • генерал-майор А. А. Ромашкин (1963—1964)
  • генерал-майор П. Р. Никитенко (1974—1983)
  • генерал-лейтенант В. М. Фомин (1983—1989)
  • генерал-майор Э. И. Пинчук (1989—1993)
  • генерал-майор А. И. Бородин (1993—2007)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Казанское высшее артиллерийское командное училище. Дата обращения: 28 ноябрь 2020.
  2. 2,0 2,1 Казанское высшее артиллерийское командное училище. Татарская энциклопедия. Дата обращения: 28 ноябрь 2020.
  • История и традиции Казанского высшего артиллерийского командно-инженерного училища (1941—1996) / Сост. Панов Е. В. Казань, 1996 г.
  • 60 лет на службе Отечеству: История и традиции Казанского филиала Военного артиллерийского университета (1941—2001) / Казань, 2001 г.