Ҙәмийҙәр (ғәр. ذمية‎; рус. Дамийты;) — исламда тарихи шиғый мәҙһәбе. 800-се йылдар тирәһендә әүҙем була[1][2]. Ҙәмийҙар ышанғанса,Али ибн Әбү Талип илаһ булған, ә Мөхәммәт — уның илсеһе. Төркөмдөң исеме ғәрәп телендәге «ҙәм» ҡылымынан килеп сыҡҡан, уны «ғәйепләү, хөкөм итеү» тип тәржемә итергә мөмкин. Улар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе Алиға түгел, ә үҙенә эйәрергә саҡырыуы өсөн ғәйепле тип һанаған.

Ҙәмийҙәр

Инаныстары

үҙгәртергә

Ышанғандар:

  • Али ибн Әбү Талиптың илаһлығына[3][4]
  • Али үҙе Мөхәммәтте үҙенең пәйғәмбәре итеп тәғәйенләгәненә[5][6]
  • Мөхәммәт кешеләрҙе Алиға түгел, ә үҙенә эйәрергә саҡыра башлай. Бының өсөн ҙәмийҙәр Мөхәммәтте ныҡ тәнҡитләй.
  • Ҙәмиҙәрҙең бер өлөшө Али түгел, ә Мөхәммәт илаһ тип иҫәпләгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре Алиҙы юғарыраҡ, икенселәре Мөхәммәтте юғарыраҡ һанаған.
  • Мөхәммәтте лә, Алиҙы ла илаһ тип, уларҙы тиң тип һанағандар.
  • Ҙәмийҙәрҙең бер өлөшө пәйғәмбәр ғаиләһе, йәғни — Мөхәммәт, Али, Фатима, Хәсән һәм Хөсәйен бер шәхес булған тип иҫәпләгән, йәки рух бер үк ваҡытта уның бер нисә ағзаһына ингән (шул иҫәптән был ғаилә ағзаһы Фатима ла) һәм уның ысынбарлыҡта ҡатын-ҡыҙ түгел, ә ир-ат булыуын иҫбатлауҙарға барып еткән[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.