Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд

Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд әл-Йәмәми әл-Хәнәфи (ғәр. عطية بن الأسود اليمامي الحنفي‎, рус. Атия ибн аль-Асвад; вафаты 695 йыл) — ғәрәп бәнү хәнифә ҡәбиләһенән хәрижи дин белгесе, ғәтәүи фирҡә эпонимы.

Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд
Зат ир-ат
Вафат булған көнө 695
Һөнәр төрө дин белгесе

Инаныстары

үҙгәртергә

680-се йылдар башында Ғәтиәт Нәфиғ ибн әл-Әзрәҡәгә эйәреүсе була, мәгәр Нәфиғ менән Нәжд ибн Әмир араһында бәхәс сыҡҡас, һуңғыһы яҡлы булып китә, артабан унан да баш тарта. Әбү Фүдәйк менән берләшкән була, әммә күп тә үтмәй, был ике кеше бер-береһен ташлап китә һәм нәждәттәр ике фирҡәгә — фүдәйкиҙәргә һәм ғәтәүиҙәргә бүленә.

Бынан һуң Ғәтиәт Омандан ҡыуыла һәм Систәнгә юллана. Уның вәғәздәрен тыңлап, әзрәҡиҙәр һәм нәждәттәрҙең бер өлөшө ғәтәүиҙәр булып китә[1][2].

690-сы йылдарҙа Ғәтиәт туранан-тура әзрәҡиҙәрҙең командованиеһы аҫтындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Еңелгәндән һуң ғәскәр башы Ҡатари 695 йылда Табаристанға ҡаса. Ғәтиәт хәлифә титулы өсөн Әбд Раббихи әл-Кәбир менән бәхәскә инә һәм үлтерелә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аз-Зирикли. Атия ибн аль-Асвад // Аль-Алам = الأعلام.
  2. Аш-Шахрастани Мухаммад ибн Абд ал-Карим. Часть I. Ислам // Книга о религиях и сектах / Пер. с араб., введ. и коммент. С. М. Прозорова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — С. 115.
  3. ибн Асам аль-Куфи. Книга завоеваний, т.7.. — С. 62—63.

Һылтанмалар

үҙгәртергә