Ғәмәли этика
профессиональ этиканың ғәмәли әхлаҡ проблемаларын өйрәнеүсе йүнәлеше
Ғәмәли этика — профессиональ этиканың ғәмәли әхлаҡ проблемаларын өйрәнеүсе йүнәлеше (мәҫәлән: аборт, эвтаназия, үлем язаһы, яһалма аталандырыу, атом энергияһын файҙаланыу).
Ғәмәли этика | |
Ғәмәли этика Викимилектә |
Ҡағиҙә булараҡ, ғәмәли этика өйрәнгән проблемаларҙың аҙмы-күпме ике тиң ҡиммәтле һәм нигеҙле ҡарарлы мораль дилеммаһы бар.
Күп кенә тикшеренеүселәр (Әбдүсәләм Абдулкеримович Гусейнов һәм Людмила Васильевна Коновалова) ғәмәли этика — фәлсәфә фәне булараҡ этика үҫешенең яңы этабы тип иҫәпләй.
Төшөнсәнең күп мәғәнәлелеге
үҙгәртергә«Этика» төшөнсәһенең үҙе кеүек, «ғәмәли этика» терминының күп мәғәнәле аңлатмаһы бар:
- этик һәм әхлаҡи төшөнсәләрҙең аныҡ тормош ситуацияларына (кейстар) аныҡ өҫтәмәһе
- этик теорияның үҫеш этабы (теоретик, дескриптив, метаэтика теориялары менән бер рәттән)
Ғәмәли этиканың профессиональ өлкәлә йүнәлештәре
үҙгәртергә- Бизнес-этика
- Биоэтика — кешенең медицинала һәм биологияла эшмәкәрлегенең әхлаҡи яғы тураһында тәғлимәт.
- Мәғлүмәт этикаһы — мәғлүмәти технологиялар үҫеше һәм ҡулланыу менән бәйле килеп тыуған әхлаҡи проблемаларҙы өйрәнеүсе дисциплина. Мәғлүмәт этикаһы компьютер этикаһы һәм мәғлүмәт фәлсәфәһе менән бәйле.
- Компьютер этикаһы компьютер ҡулланған кешеләрҙең тәртибен тикшереү менән шөғөлләнә, шуның нигеҙендә уға ярашлы кәңәштәр һәм үҙенә күрә этикет нормалары эшләнә
- Медицина этикаһы — ғәмәли этиканың медицина этикаһын, табиптың хеҙмәттәштәре һәм пациенттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү ҡағиҙәләрен һәм нормаларын өйрәнеүсе дисциплина
- Экологик этика — дисциплина-ара синтез һөҙөмтәһе һәм этика һәм экология сигендә урынлашҡан ғәмәли дисциплина.
- Иҡтисади этика
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Этика
- Һөнәри этика