Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы

Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы (рус. Галин Галинур Халимович; 20 август 1948 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999)[1] һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт.

Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Ибраһим, Еҙем-Ҡаран ауыл советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ветеринар
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлинур Хәлим улы Ғәлин 1948 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының Ғафури районындағы Ибраһим ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай.

Ғәлинур туған ауылында башланғыс белем алып, артабан Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡый[2]. Хеҙмәт юлын юғары уҡыу йортона ингәнгә тиклем — 1966 йылда Ғафури районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында тракторсы булып башлай.

1967—1969 йылдарҙа — Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1969 йылда ҡайтҡас Ғафури районының М.Ғафури исемендәге колхозында трактор бригадаһында иҫәпсе булып эшләй, артабан ошо уҡ хужалыҡтың һөтсөлөк фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр[3].Шул уҡ йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлегенә уҡырға инә.

1984 йылда «Ағиҙел» колхозы эшсәндәре бер тауыштан Ғәлинур Хәлим улын үҙҙәренең етәксеһе итеп һайлап ҡуя[4].

1996 йылдың көҙөндә республика Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Указы менән Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[5]. Был вазифала ул ул2000 йылға тиклем эшләй.

Артабан хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1997 йылдың 31 мартында Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы буйынса 43-сө Ғафури һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[6], ә 1999 йылда иһә Ғафури районы буйынса 42-се Ғафури һайлау округынан икенсе тапҡыр республиканың закондар сығарыу юғары органына Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатлығына кандидат итеп күрһәтелгән һәм халыҡ уға ышаныс күрһәткән. Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһының Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы ағзаһы булған[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исем бирелә, райондың үҫеше йәһәтенән башҡарған эштәре өсөн маҡтау грамоталары менән бүләкләнә[8].

Ибраһим ауылының маһир балта оҫтаһы Хәлим Латип улы менән Миңнезифа Әблеғәфәр ҡыҙының ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уҡытыусы Лиә Хәйрулла ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[9]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. СПИСОК ДЕПУТАТОВ ПАЛАТЫ ПРЕДСТАВИТЕЛЕЙ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН]
  2. ЯҘМЫШЫМДАН ДА, ТОРМОШОМДАН ДА ҠӘНӘҒӘТМЕН 2021 йыл 10 апрель архивланған.
  3. Галин Галинур Халимович
  4. ЯҘМЫШЫМДАН ДА, ТОРМОШОМДАН ДА ҠӘНӘҒӘТМЕН 2021 йыл 10 апрель архивланған.
  5. [https://docs.cntd.ru/document/935101658 Указ Президента Республики Башкортостан О назначении Галина Г. Х. главой администрации Гафурийского района Республики Башкортостан//Газета «Советская Башкирия» N 244 (23722)от 17 декабря 1996 г]
  6. СПИСОК ДЕПУТАТОВ ПАЛАТЫ ПРЕДСТАВИТЕЛЕЙ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН]
  7. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5
  8. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5
  9. ЯҘМЫШЫМДАН ДА, ТОРМОШОМДАН ДА ҠӘНӘҒӘТМЕН 2021 йыл 10 апрель архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [https://docs.cntd.ru/document/935101658 Указ Президента Республики Башкортостан О назначении Галина Г. Х. главой администрации

Гафурийского района Республики Башкортостан//Газета «Советская Башкирия» N 244 (23722)от 17 декабря 1996 г]