Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы
Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы һәм Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы (рус. Галиев Аскат Талгатович) (3 ғинуар 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Кесе Кәркәле |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1972 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған, 1982 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған. [1]
Хеҙмәт юлын 1966 йылда Салауат нефтехимия комбинатында слесарь булып башлай. 1972—1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, нефтехимия комбинатында инженер-технолог, инженер-конструктор булып эшләй. 1974—1980 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетында сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, инструктор булып эшләй. 1981—1991 йылдарҙа Салауат халыҡ депутаттарының ҡала советы рәйесе. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең түләүле хеҙмәттәр буйынса комитет рәйесе. 1990—1992 йылдарҙа [2] Салауат ҡалаһы, 113-сө Мусин һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104