Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы

Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы

Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы (9 ноябрь 1983 йыл) — инженер, дәүләт хеҙәткәре. 2017 йылдан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2021 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы[1].

Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 9 ноябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Уҙытамаҡ, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов 1983 йылдың 9 ноябрндә Башҡорт АССР‑ының Шишмә районы Уҙытамаҡ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө авиация институтына уҡырға инә һәм уны 2006 йылда инженер һөнәре алып тамамлай. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, «Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ» курстарын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2002—2003 йылдарҙа — «ПабликПрессБашкортостан» ябыҡ акционерҙер йәмғиәтендә һәм «Матбуғат донъяһы — Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй; 2003—2004 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының Дим районы Ижад һарайында өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы; 2004—2005 — Башҡортостан Республикаһы граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфө ҡалаһының Дим районы граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы технигы; 2005 йыл — Өфө ҡалаһының Калинин районы мәғариф бүлегенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы; 2006—2010 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығының идара начальнигы урынбаҫары; 1-се категориялы белгес, 2010—2012 йылдарҙа — Өфө ҡала округы Калинин районы хакимиәтенең алыҫ биләмәләр менән эш буйынса бүлек начальнигы; 2012 йыл — Өфө ҡала округының Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2012-2013 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм кадрҙар буйынса начальник урынбаҫары; 2014-2015 йылдарҙа — Өфө ҡала округы Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса начальник урынбаҫары; 2015-2017 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү буйынса бүлек начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары — сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы; 2017 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

2011 йыл, Калинин районы хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы;

2013 йыл, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы;

2014 йыл, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Граждандар оборонаһы Советының Маҡтау ҡағыҙы;

2017 йыл, «Граждандар оборонаһына 85 йыл» иҫтәлекле миҙалы;

2013 йыл, Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссары грамотаһы;

2015 йыл, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарының «IV Бөтә донъя башҡорттар Ҡоролтайын ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» Рәхмәт хаты;

2013 йыл, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы;

2018, «БДБ ҡалаларының тотороҡло үҫешенә индергән өлөшө өсөн» МАГ-тың иҫтәлекле билдә-ордены;

2018 йыл, «Профсоюздарҙа әүҙем эшләгән өсөн» билдәһе.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә