Ғәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы
Ғәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы (1794 йыл — ?) — зауряд-хорунжий. 1812 йылда 20-се Башҡорт полкында хеҙмәттә була[1].
Ғәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1794 |
Тыуған урыны | Уймуж, Федорковское сельское поселение[d], Барҙы районы |
Хәрби звание | хорунжий |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы 1794 йылда ул ваҡытта 1-се Башҡорт кантоны составына ингән Пермь губернаһының 1-се йортона ҡараған Уймыж ауылында (хәҙер Пермь крайының Барҙы районы Федорков ауыл биләмәһе составына инә) тыуа[2]. Зауряд хорунжий дәрәжәһендә 20-се Башҡорт полкында хеҙмәт итә, әммә һуғыштарҙа ҡатнашмай. 20-се Башҡорт полкы 1812 йылдың 30 октябрендә Пермь губернаһы Пермь өйәҙенең Ҡуян ауылында ойошторола һәм Полтава губернаһының Галяч ҡалаһына генерал-лейтенант граф П. А. Толстой командалығындағы ополченецтар корпусына барып ҡушыла. Полк Пенза ополчениеһына ҡушылғандан һуң, 1813 йылдың майында Варшава кенәзлегенә барып етә һәм генерал Д. И. Лобанов-Ростовский командалығындағы Резерв армияһы составына инә. Полктың бер өлөшө әсирҙәрҙе һаҡлай, транспортты оҙатып йөрөй, 3-сө һәм 4-се корпустар менән элемтә булдыра[1]. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса Уймыж ауылында йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырып сығара. Унда Ибниәмингә — 40, уның улдары Низаметдингә — 5, Шәрәфетдингә 1 йәш булыуы теркәлгән[2]. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк тарих архивының «Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһы» фондында һаҡланған 1836—1843 йылғы формуляр исемлек мәғлүмәттәрендә Ибниәмин Ғәбдүкәйев 46 йәштә тип күрһәтелгән[1].