Ғиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улы
Ғиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улы (13.08.1965) — шәхси эшҡыуар, ойоштороусы, директор. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы депутаты, Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты составында. Йәмәғәт эшмәкәре.
Ғиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 август 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Күсәкәй, Үрнәк ауыл Советы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | эшҡыуар |
Уҡыу йорто | Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Бографияһы
үҙгәртергәФәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин 1965 йылдың 13 авгусында Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Күсәкәй ауылында тыуған.
1988 йылда «Автоматик электрон бәйләнеш» һөнәре буйынса Өфө радиоэлектроника приборҙары төҙөү техникумын тамамлай.
2002 йылда — Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтының финанстар һәм кредит факультетын тамамлай
2012 — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында «стратегик дәүләт идаралығы» һөнәренә эйә була.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергәХеҙмәт юлын 1988 йылда Өфө коммутацион аппаратура заводында радиоэлектрон аппаратура көйләүсеһе булып башлай.
1993 йылда «Сталкер-эскорт» ТОО ПК шәхси предприятиеһын ойоштороусы һәм директоры.
1997—2002 йылдарҙа «АиФ» ЯСЙ-те етәкләй. 1999 йылдан алып шәхси эшҡыуар.
2005 йылдан «АиФ» ЯСЙ-ен ойоштороусы һәм директоры, 2019 йылдың сентябренән «АиФ» ЯСЙ-ен ойоштороусы.
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала Советының өс саҡырылышы: I — 2006—2008 йй., II — 2008—2012 йй., III — 2012—2016 йй. депутаты итеп һайлана.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2017 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Башҡорт сауҙа Ассоциацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фондын ойоштороусы. Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы советы ағзаһы.
2018—2019 йылдарҙа Өфө ҡала округының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, хәләл ефете менән өс бала тәрбиәләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индергәне өсөн» Почётлы билдәһе
- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы
- «Өфө ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәккә таға торған билдә
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты
- Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары яҡлау буйынса дәүләт комитетының Рәхмәт хаты