Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы
Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы (10 февраль 1932 йыл, Суйынсы-Супан ауылы, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, металлургия процестарын иҡтисади-математик моделләү теорияһы һәм практикаһы өлкәһе белгесе, 1991 йылдың 7 декабренән Рәсәй Фәндәр академияһының йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы буйынса (төбәк иҡтисады) мөхбир ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы кәңәшсеһе.
Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 февраль 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны | Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1952 йылда Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлай. 1952—1956 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай (1963), 1968 йылға тиклем уҡыу МИАН-дың Свердловск бүлексәһендә аспирантурала уҡый. Иҡтисад фәндәре докторы (1979), профессор (1982). СССР Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Математика һәм механика институтында (1963—1979) һәм иҡтисад институтында (1979—1985) эшләй. 1985 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан ғилми үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, 1987 йылдан — Башҡортостан ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Иҡтисад һәм социология институты директоры (1992—1997).
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй, төп ғилми хеҙмәткәр, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институты баш ғилми хеҙмәткәре, Өфө дәүләт авиация техник университеты иҡтисад факультетының һалымдар һәм йыйымдар кафедраһы профессоры. Өйләнгән. 3 балаһы бар.
Улы — Ғизәтуллин Тимур — «Матрица», «Мастер вин» һәм «Новое время» супермаркет селтәре хужаһы.
Төп эштәре
үҙгәртергәМонографиялары
үҙгәртергә- Моделирование металлургического комплекса: региональный аспект. М.: Наука, 1988 (в соавт. с В. В. Добродеем)
- Эффективность природоохранительной деятельности и моделирование рационального природопользования. Уфа, 1988;
- Концепция охраны окружающей среды и рационального использования природных ресурсов РБ. Уфа: УНЦ РАН, 1993;
- Структурные преобразования в экономике. Екатеринбург: ИЭ УрО РАН, 2000;
- Проблемы управления сложными социально-экономическими системами. Екатеринбург: Экономика, 2005 (в соавт. с Д. А. Ризвановым),
- Экономико-математический анализ классических моделей потребления. Уфа: УГАТУ, 2006;
- Экономико-математические основы управления конкурентоспособностью регионов. М: Экономика, 2007 (в соавт. с И. З. Мустаевым).
Мәҡәләләре
үҙгәртергә- Некоторые математические модели развития горно-металлургического комплекса // Экономика и математические методы. 1969. № 6;
- Об одной модели управления доменным процессом // Экономика и математические методы. 1971. № 1;
- Замыкающие затраты на железорудные ресурсы // Экономика и математические методы. М., 1978;
- Проблема выбора оптимальной структурной политики региона // Общество и экономика. 1994. № 7-8;
- Концепция устойчивого развития: новая социально-экономическая парадигма // Общественные науки и современность. 1998. № 5 (в соавт. с В. А. Троицким)
- Системный анализ эффективности трудового потенциала // Экономика региона. 2005. № 1;
- Стратегические проблемы ценообразования // Экономическая теория. 2007. № 1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Хамида Нурисламовича Гизатуллина РФА рәсми сайтында
- Биография Х. Н. Гизатуллина 2007 йыл 10 март архивланған.
- Страница на сайте УрО РАН
- Страница на сайте ИСЭИ УНЦ РАН
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- Хамид Гизатуллин: «Наша Родина — Родина талантов, Родина лучших математиков мира»