Иҡтисад институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе)

Рәсәй Фәндәр академияһының Екатеринбургта урынлашҡан ғилми-тикшеренеү институты

Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институты (рәсми атамаһы Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институты федераль дәүләт бюджет фән учреждениеһы[4]) — Рәсәй Фәндәр академияһының Екатеринбургтағы махсуслашҡан ғилми-тикшеренеү учреждениеһы. Институт 1971 йылдың 13 майында СССР Фәндәр академияһы Урал фәнни үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге нигеҙендә ойошторола. М. А. Сергеев тәүге директоры була, унан һуң Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы В. П. Чичканов (1986—1990) һәм академик А. И. Татаркин (1991—2016) етәкселек итә. Әлеге ваҡытта директор вазифаһын иҡтисад фәндәре докторы Ю. Г. Лаврикова башҡара.

Иҡтисад институты
Нигеҙләү датаһы 1971[1]
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Баш компания (ойошма, предприятие) Отдел общественных наук[d], Уральское отделение Российской академии наук[d] һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3]
Рәсми сайт uiec.ru[1]
Карта

Институттың төп бурыстары: Урал төбәгенең социаль-иҡтисади, инновацион, тәбиғәт ресурстары һәм экологик үҫеше стратегиялары буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәр һәм ғәмәли эшләнмәләр өлкәһендә яңы ғилми белемдәр булдырыу, территорияларҙы институциональ үҙгәртеүҙә иҡтисад фәненең ғилми мөмкинлектәрен һәм әһәмиәтен күтәреү.

Структураһы

үҙгәртергә

Институттың структураһы алып барылған тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килә. Дүрт бүлек эсендә туғыҙ үҙәк эшләй:

  • Төбәктең конкуренцияға һәләтлелеге бүлеге:
    • Иҡтисад теорияһы үҙәге;
    • Территорияларҙың стратегик үҫеше үҙәге.
  • Төбәктең етештереү көстәрен урынлаштырыуҙы һәм төбәк иҡтисадын киңлектә үҫтереүҙе прогнозлау бүлеге:
    • Тәбиғәтте файҙаланыу һәм геоэкология үҙәге;
    • Етештереү көстәрен үҫтереү һәм урынлаштырыу үҙәге.
  • Төбәк социаль-иҡтисади системаларын тикшереү бүлеге:
    • Төбәк компаратив тикшеренеүҙәр үҙәге;
    • Социоиҡтисади динамиканы тикшереү үҙәге;
    • Төбәктәге интеграция процестарын тикшереүҙәрҙе координациялау үҙәге.
  • Төбәк сәнәғәт сәйәсәте һәм иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге:
    • Төбәктең структура сәйәсәте үҙәге;
    • Иҡтисади хәүефһеҙлек үҙәге.

Институт структураһына алты филиал инә: Пермь, Силәбе, Ижевск, Ҡурған, Өфө һәм Ырымбур.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Directory of Open Access Journals — 2003.
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. Постановление о внесении дополнений и изменений в Устав ФГБУН УРО РАН

Һылтанмалар

үҙгәртергә